Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь , 11:10

Республикала октябрь аҙағында, ноябрҙә һәм декабрҙә аномаль һауа торошо көтөлә

 Көн торошонда буласаҡ сюрприздар алда әле, ти синоптиктар.    

Республикала октябрь аҙағында, ноябрҙә һәм декабрҙә аномаль һауа торошо көтөлә
Республикала октябрь аҙағында, ноябрҙә һәм декабрҙә аномаль һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа боҙолдоЯлдарҙа республика ямғырҙар, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр, ҡар яуыуы күҙәтелде.

Башгидромет

хәбәр итеүенсә, 11-20 октябрҙә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 2 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Аҙна уртаһына һауа температураһы көндөҙ +9,+14 градусҡа етәсәк, ямғырҙар дауам итәсәк.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе яртыһы республикала сағыштырмаса йылы һәм ямғырлы була.

Көндөҙ һауа температураһы  +9,+12 градусҡаса йылынасаҡ.

Ноябрь башында бер аҙ һалҡынайта, әммә һауа температураһы плюс була: көндөҙ +5,+6 градусҡа тиклем, төндә +1,+2.

Һауа торошоноң боҙолоуына ҡарамаҫтан, метеорологтар төбәктә тотороҡло ҡар ҡатламының ноябрҙең беренсе декадаһы аҙағында ғына ныҡлап ятыуын күҙаллай.

Сағыштырыу өсөн, былтыр ҡыш һуңлап килде, декабрь башында ғына — ғәҙәттәгенән өс аҙнаға тиерлек һуңыраҡ ҡар яуҙы. Был дөйөм тенденцияның сағылышы: климат йылыраҡ була бара, әммә шул уҡ ваҡытта уның үҙгәреүсәнлеге арта, һауа торошо контрастлыраҡ була.

Росгидромет фаразлауынса, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә көҙ һәм ҡыш һуңғы тиҫтә йылдарҙағы кеүек үк йылы буласаҡ.

Октябрҙән мартҡа тиклем илдең күпселек өлөшөндә температура күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр сиктәрендә йәки унан юғарыраҡ буласаҡ.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:
Читайте нас: