Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь , 09:02

Башҡортостанға һыуыҡтар һәм ямғырҙар килә

Ә әлегә йылы... Ҡасан боҙола? 

Башҡортостанға һыуыҡтар һәм ямғырҙар килә
Башҡортостанға һыуыҡтар һәм ямғырҙар килә

Әлегә һауа торошо Башҡортостан халҡын шатландырыуын дауам итә. Республикала ямғырһыҙ тағы бер нисә йылы көн көтөлә. Синоптиктар һауа торошоноң көтөлмәгән ваҡиғалары хаҡында һөйләне.

Башгидромет белгестәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус тәшкил итәсәк, урыны менән термометр бағанаһы -3 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ һауа +13, +18 градусҡаса йылына.

Шәмбе, 11 октябрҙә, төбәктә яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Көндөҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6 градус тәшкил итәсәк, урыны менән -4 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ +12, +17, республиканың төньяҡ-көнсығышында +7 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгендә 12 октябрҙә һауа температураһының көндөҙ +9 градусҡаса һәм төндә +1, +3 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. 12 һәм 13 октябрҙә ямғырлы һауа торошо фаразлана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: