Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь , 18:10

Бөрмә йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды

Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйын асыу  Асҡын ауылында Республика көнөн байрам итеүҙең иң  сағыу ваҡиғаһы булды. Был урын район үҙәгенең биҙәге һәм халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнде.

Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды

Проект «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса тормошҡа ашырылды.

Яр буйы төҙөкләндереү  Асҡын ауыл биләмәһе хакимиәтенең, «Ресурс сауҙа йорто» яуаплылығы  сикләнгән йәмғиәтенең берҙәм эше һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы ДинисЙосопов барыһын да сәләмләп, Республика көнө һәм яңыртылған яр буйы  асылыу уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан Динис Рәдис улы етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар —Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов, 2000-2006 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булған Зәки Насыров яр буйлап урынлашҡан тематик майҙансыҡтар эше менән танышты.

Уларҙың һәр береһендә  бай йөкмәткеле сағыу тамаша әҙерләгәйнеләр.

Бөрмә йылғаһының яңыртылған яр буйын асыу һәр кемдең күңелендә сағыу хәтирәләр ҡалдырыр  матур һәм күңелле байрам булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Алып “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса Башҡортостанда дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, шуларҙың 7,6 миллиарды – федераль бюджет средстволары.

2025 йылда төбәктә 164 объект – “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә 94 һәм республика, урындағы бюджеттарҙан һәм бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә финанслаған башҡа программалар буйынса тағы ла 70 объект яңыртыла.

– Республика халҡы төҙөкләндереү мәсьәләләренә бик ныҡ йәлеп ителгән. Был эштәр барышын контролдә тотоуҙа ла сағыла, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы ярҙамында беҙ тораҡ пункттарыбыҙҙың күп һанлы “ауырыу” урындарын хәл итәбеҙ. Был эш менән әүҙем шөғөлләнеүебеҙҙе дауам итәйек.

Наилә Имаева.

 

Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә  йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Бөрмә йылғаһының яңыртылған яр буйы тантаналы асылды
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: