1969 йылда Токио ҡалаһында үткән XVI Халыҡ-ара почта союзы конгресында йыл һайын 9 октябрҙә Бөтә донъя почта көнөн билдәләргә тәҡдим ителә. Был дата юҡҡа һайланмай, тап ошо көндә 1874 йылда хат ташыусылар союзы төҙөлә. Халыҡ-ара почта 6800 ҡулланыусының телендә һөйләшә һәм донъяла иң оҙон почта ташыусы селтәр һанала.
Рәсәйҙә РФ Президенты Указы менән 1994 йылда тағы ла бер байрам булдырылған – Рәсәй почтаһы көнө, хат ташыусылар уны июль айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләй.