Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Октябрь 2025, 06:52

“Йәнтөйәк”тең тоғро дуҫы

Интернет заманында гәзиттәр мәңгелек ҡиммәттәр — кеше тарихтары һәм тыуған ер йылыһын һаҡлаусы булып ҡала бирә. Шундай баҫмаларҙың береһе — “Йәнтөйәк”.

“Йәнтөйәк”тең тоғро дуҫы“Йәнтөйәк”тең тоғро дуҫы
“Йәнтөйәк”тең тоғро дуҫы

Уның биттәрендә, мәҫәлән, Яңы Муллаҡай ауылынан Нәзилә Әхкәметдинова кеүек илһөйәр, телһөйәр, рухлы кешеләр тормошо тураһында бәйән ителә. Мәҡәләм геройының гәзиткә булған тоғролоғо һоҡландыра.
Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен ҡарап ҡына сыҡмай, һәр һүҙен йотлоғоп уҡый, һәр мәҡәләлә яҡшылыҡ таба. Ҡариҙел ауылының Үҫмерҙәр моделле китапханаһы эргәһендәге “Иҙел” әҙәби клубының әүҙем ағзаһы булараҡ, һүҙҙәр даръяһына сума. Федераль аҡсаларға яңыртылған китапхана күптәр өсөн изгелек, яңылыҡ донъяһына әйләнгән. Мәҡәләм геройы ла бирелә йыш ҡунаҡ, әүҙем китап уҡыусы булараҡ, тиҫтәләгән китапты бүләк иткән.
— Мин “Йәнтөйәк” гәзитен ихлас яҙҙырып уҡып барам, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы. — Сыға башлағандан алдырам, ә уға тиклем үҙебеҙҙең башҡорт телендә донъя күргән “Хазина” гәзитен яратып уҡыным. Баҫма бик оҡшай, бай йөкмәткеле, унда республиканың алты районы өсөн мәғлүмәт баҫтырыла. Мине күрше райондарҙа нимәләр булыуы ҡыҙыҡһындыра, ниндәй ҡыҙыҡлы кешеләр йәшәй, изге эштәр башҡарыла.
Нәзилә Әхкәметдиноваға гәзиткә яҙылғаны өсөн ике тапҡыр бүләк сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир әсәһе Вәсилә Сафинаға ла ул гәзит бүләк итте. Ике йыл инде изге күңелле Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы гәзит яҙҙырып яугир әсәләренең рухын күтәрә, яңылыҡтар өләшә.
Гәзит-журналдарға яҙылыу — һәр кешенең үҙ ихтыярында. Ләкин Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы туған телдә баҫылған гәзиттәрҙе алдырырға кәрәк, тип һанай. “Күп нәмә күңелгә һеңеп ҡала, яҡташтар тураһында уҡыу ныҡ оҡшай. Донъя мәшәҡәттәре солғап алған мәлдә баҫма һүҙ күңелде йылыта, изге эштәргә этәргес бирә. Гәзит башҡорт мираҫын һаҡлай, көндәлек тормош тураһында һөйләй, бөгөнгө көн батырҙары — махсус хәрби операция яугирҙары яҙмышы менән таныштыра”, — ти ул.
Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы кеүек тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ булғанда баҫмабыҙ артабан да халыҡҡа яҡшы хәбәрҙәр, тулы мәғлүмәт еткерер, үҫер, уҡымлы булыр!


Зөлфиә Мифтахова.

Автор:
Читайте нас