Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Октябрь 2025, 10:35

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!

Өфөлә  Профсоюздар йортонда “Иң яҡшы остаз” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында Асҡын 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльза Нафиҡова ла бар ине.  

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!

Кисә Өфөлә  Профсоюздар йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республиканың өс яҡлы комиссияһының ултырышы үтә.

Сара Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендә уҙып, “Лайыҡлы хеҙмәт өсөн!” Бөтә донъя көнө сиктәрендә профсоюздарҙың Бөтә Рәсәй акцияһына арнала.  

Сара сиктәрендә “Иң яҡшы остаз” республика конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләйҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ — Асҡын 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльза Нафиҡова ла бар ине.

 Эльза Фәнит ҡыҙы үткән йыл ойошторолған республика конкурсында “Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә иң яҡшы остаз” номинацияһында 2-се урын яулап, диплом, кубок һәм күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.

22 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгән ижади ҡарашлы, заман менән бергә атлаған, талапсан һәм һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсене ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас