

Инициативалы, тәжрибәле мөдир Лариса Мөхәмәтшина етәкләгән Асҡын 2-се балалар баҡсаһы коллективы 1 октябрҙән 11-енә тиклем дауам иткән ун көнлөктән файҙаланып, ташламалы хаҡтарға “Йәнтөйәк”, “Аскинская новь”, “Ышаныч” гәзиттәренә йылдағыса яҙылып ҡуйҙы.
Лариса Фәрит ҡыҙы үҙе һәр ваҡыттағыса “Изге подписка” мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылып, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы.
Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына ул “Йәнтөйәк” гәзитен байтаҡ йылдар бүләк итә. Алты район яңылыҡтары менән таныштырып торған рухлы баҫма хөрмәтле әсәгә алдағы йылда ла яҡшы хәбәрҙәр генә килтереп торһон.
Илһөйәр Махатова.