

Фәрит Ғәбит улына 70 йәш. Әммә уны күргән, уның менән аралашҡан кеше, үҙе әйтмәһә, һис кенә лә уға ошо йәште бирмәҫ. Уның кәүҙәгә еңел булыуы ғына быға сәбәп түгел, һөйләшкәндәге ыңғайлығы, ихласлығы, ыңғай фекерләүе лә сәбәпсе.
Атаһы Ғәбит Арыслан улы — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, һуғыш осоронда профессиональ дәрәжәлә корея теленән тәржемәсе булған, тыныс тормошта район етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Әсәһе Нәфисә Рәхимйән ҡыҙы — бар ғүмерен йәш быуынға математика серҙәрен төшөндөрөүгә бағышлаған уҡытыусы. Ғаиләлә ете бала: дүрт малай һәм өс ҡыҙ үҫә. Ата-әсәһенең белемгә ынтылыуы балаларына ла бирелгән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Фәрит Бөрө педагогия институтында физика һәм математика уҡытыусыһы белгеслегенә эйә була. Бер нисә тиҫтә йылдар райондың бер нисә ауылында, үҙе уҡып сыҡҡан, әсәһе уҡытҡан Борай 1-се урта мәктәбендә, Ағиҙел ҡалаһы гимназияһында балаларға математика фәнен уҡыта.
Уҡыусы сағында уҡ Фәрит шахмат менән ҡыҙыҡһына башлай. Ана шул шахмат донъяһы уны бар булмышы менән үҙенә тартып ала. Уҡытыусы булыу менән бергә балаларға шахмат серҙәрен өйрәтә, Балалар-үҫмерҙәр мәктәптәрендә, Пионерҙар йорттарында тренер булып та эшләй. Уҡыусылары менән район, ҡала, республика күләмендәге ярыштарҙа еңеп, Иҙел буйы федераль округы буйынса уҙған ярыштарға тиклем барып етеп, еңеүҙәр яулайҙар. Беренсе разрядлы шахматсы ул. Ҡасандыр уға ошо интеллектуаль уйынға өйрәнергә йөрөгән кес кенә малайҙар һәм ҡыҙҙар бөгөн үҙҙәре ҙур уңыштарға ирешкән тренерҙар, яҡшы спортсылар булған.
Фәрит Ғәбит улының тағы ла бер мауыҡҡан спорт төрө бар: ул профессиональ дәрәжәлә өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә һәм бында ла байтаҡ еңеүҙәргә өлгәшә.
— Өҫтәл теннисы уйыны — физик әүҙемлек өсөн бигерәк яҡшы уйын. Күҙҙәргә яҡшы гимнастика ул. Мускулдар өсөн дә әйбәт, сөнки унда үҙең дә һиҙмәҫтән хәрәкәтләнәһең. Борайҙа яңы төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексында минең кеүек оло быуын вәкилдәре өсөн махсус зал бирҙеләр, беҙ унда һәр аҙнаның дүшәмбеһе һәм йомаһында үҙебеҙ теләгәнсә шөғөлләнәбеҙ, — ти Фәрит Ғәбит улы.
Ғүмере буйына сәләмәт, айыҡ тормош алып барған Фәрит Ғәбит улы элегерәк ҡыштарын саңғыла ла йыш йөрөгән. Әле ул көн һайын велосипедта сыға, мотлаҡ рәүештә көнөнә бер сәғәттән артыҡ йәйәү йөрөй.
Һуңғы йылдарҙа ул шашка уйыны менән дә ныҡлап мауыға. Ауыл райондары араһындағы спартакиадаға шашка һәм мөйөш уйындарын да индергәндәр. Бына бында ла Фәрит Ғәбит улы башҡа райондар уйынсылары араһында беренселекте бирмәгән.
— Шашка ла башты эшләтә торған уйындарҙың береһе. Мөйөштө лә ысын ярышҡа лайыҡ уйын итеүҙәре яҡшы, сөнки ул да баш мейеһе эшмәкәрлеге өсөн файҙалы. Шахматты һөйләп тораһы ла түгел. Кешелек донъяһы уға тиңләшерлек интеллектуаль уйын уйлап тапмаған әле. Шишәмбе һайын физкультура-һауыҡтырыу комплексында йыйылабыҙ. Хаҡлы ялдағы ир-егеттәр шахмат уйнарға килһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да күбеһе өйрәнеү теләге белдерә. Ундайҙарҙы айырыуса шатланып өйрәтәм, сөнки олоғайған һайын баш мейеһенә уйланыу, “эш” етмәй. Һуңғы ваҡытта деменция, альцгеймер ауырыуҙары менән сирләүселәр йышайҙы. Бына шулар булмаһын өсөн мин шахмат, шашка уйнарға тәҡдим итәм, — ти мәҡәләм геройы. Уның был һүҙҙәре менән килешмәй мөмкин түгел.
— Саф һауала шәп итеп атлап йөрөү — үҙе бер физкультура. Тән генә түгел, баш та ял итә. Кеше үҙенең ғүмерен оҙайтырға теләй икән, хәрәкәтләнергә тейеш. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, — ти Фәрит Ғәбит улы.
Тормош иптәше Рәфиә Фәткелбаян ҡыҙы менән ҡыҙҙары Диләрәне үҫтергәндәр. Ул ата-әсәһенә өс ейән бүләк иткән.
— Ҡыҙыбыҙҙа нимә эшләптер шахматҡа ҡыҙыҡһыныу уята алманым. Уның ҡарауы, ейәнем Самир шахмат, шашка уйындарын бик ярата. “Олатай, әйҙә!” — тип шахмат таҡтаһын алып килеүе була, башлана ҡыҙыу ярыш. Күҙ тимәһен, өмөтлө малай. Бик шатмын уның өсөн. Ейәндәрем менән велосипедта ла йыш йөрөргә сығабыҙ. Улар ҙа бәләкәйҙән сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығып үҫһен тимен. Тәнең сәләмәт булһа, уйҙарың да сәләмәт була. Шуны аңларға кәрәк, — тип кәңәштәре менән уртаҡлаша мәҡәләм геройы.
— Фәрит Ғәбит улы бик тырыш, булдыҡлы спортсы ғына түгел, бынамын тигән тренер ҙа. Сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүеше алып барыуы менән күптәргә үрнәк. Хеҙмәт коллективтары араһында уҙған спартакиадала ветерандар командаһы еңеүсе була икән, бында, әлбиттә, Фәрит Ғәбит улының өлөшө ҙур. Ул шахмат, шашка, мөйөш һәм өҫтәл теннисы буйынса һәр саҡ еңеү яулай, — ти район ветерандар советы президиумы ағзаһы, ветерандар советының спорт комиссияһы рәйесе Валерий Шәрипов.
Алдан әйткәнемсә, Фәрит Ғәбит улы менән һөйләшеүе рәхәт. Уға эйәрге килә, сөнки, үҙе әйтмешләй, кешегә ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа бирелгән, ә уны оҙонайтыу өсөн бары хәрәкәтләнергә, айыҡ тормош алып барырға кәрәк.
Венера Арысланова.