Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Октябрь 2025, 06:21

Туғыҙ бала атаһына – юғары награда

Тәүҙә 11 айлыҡ ҡына Вилданды алып үҫтерәләр. Хәҙер инде ул Өфө урман хужалығы техникумының 4-се курс студенты.

Туғыҙ бала атаһына – юғары наградаТуғыҙ бала атаһына – юғары награда
Туғыҙ бала атаһына – юғары награда

Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында йәшәгән күп балалы Эдик Ғәлимйәнов абруйлы “Атайҙар ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булды. Ул ҡатыны Мәҙинә Ҡәнифйән ҡыҙы менән туғыҙ баланы тәрбиәгә алған.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы өс күрһәткес буйынса баһаланылар. Балалар тәрбиәләү, йәмәғәт эшендә ҡатнашыу һәм профессиональ эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштар ҙа иҫәпкә алынды. Еңеүселәрҙе бүләкләү Атайҙар көнөндә октябрҙә тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.

–Беҙ был шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс, ныҡ һөйөндөк. Республика буйынса 34 еңеүсе араһында булыу – ҙур ҡаҙаныш. Район хакимиәтенә, опека һәм попечителлек бүлегенә беҙгә заявка биреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Айырыуса балалар шатланды. Ишетеү менән аталарын ҡотларға тотондолар. Тормош иптәшем, ысынлап та,  бындай юғары баһаға лайыҡ. Ул яҡшы кеше, хәстәрлекле атай, тыныс холоҡло, сабыр. Балаларҙың бөтәһен дә ярата, хеҙмәткә өйрәтә, улар менән аралаша, балыҡҡа алып бара. Шундай иғтибарлы, үҙҙәрен хөрмәт иткән атайҙы улар нисек яратмаһын!

Ғөмүмән, Эдик – үҙенсәлекле, һоҡланғыс шәхес. Һәр кем сит-ят баланы ҡосағына алып тәрбиәләй ҙә, ярата ла алмай. Беҙҙең өсөн уларҙың һәр береһе йәшәү мәғәнәһенә  әүерелде, – ти Мәҙинә Ғәлимйәнова.

“Атайҙар ҡаһарманлығы” конкурсы йәнә үҙенең республика халҡы араһында әһәмиәткә эйә булыуын һәм ҙур һорау менән файҙаланыуын иҫбатланы.

Ғәлимйәновтар 2006 йылдан алып ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы үҙҙәренә алып тәрбиәләй. Тәүҙә 11 айлыҡ ҡына Вилданды алып үҫтерәләр. Хәҙер инде ул  Өфө урман хужалығы техникумының 4-се курс студенты. Ғаилә 2015 йылда етем өс бер туған Ксения, Алина һәм Каринаны тәрбиәгә ала. Хәҙер Ксения  – аграр университеттың 2-се курс  студенты.

Алина Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында, Карина 9-сы класта уҡый.

Бынан өс йыл элек  Ғәлимйәновтар тағы бер Ксенияны (хәҙер 11-се класта), Павел тигән малайҙы ( әле 3-сө класта уҡый)  тәрбиәгә ала. 2004 йылда  – Тимофей, 2005 йылда ике бер туған Дарья Һәм Александра был берҙәм ғаиләгә аяҡ баҫа.

Йорт хужаһы Эдик Нәзғәт улы оҫта ҡуллы эшһөйәр, ял йортонда прораб булып эшләй, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быйыл март айында Ғәлимйәновтар “Ҡурай даны” телевизион премияһына лайыҡ булды һәм “Мәрхәмәтле ғаилә” номинацияһында миҙал менән бүләкләнде.  

Фото: “Ҡариҙел” гәзите.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас