Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Октябрь 2025, 04:24

Ҡариҙел районында яңы ФАП асылды

Учреждениела Сөләймән һәм Торна ауылдарынан 140-тан ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.

Ҡариҙел районында яңы ФАП асылдыҠариҙел районында яңы ФАП асылды
Ҡариҙел районында яңы ФАП асылды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында Ҡариҙел районының Сөләймән ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

ФАП халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Унда фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, шулай уҡ медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентары һаҡлау өсөн бүлмәләр йыһазландырыла.

Учреждениела Сөләймән һәм Торна ауылдарынан 140-тан ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк. Улар вакцинация һәм диспансеризация үтергә, ашығыс ярҙам алырға мөмкин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас