

Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала – 6 -12 октябрҙә көндәр ҡоро һәм йылыраҡ тора.
Дүшәмбе, 6 октябрь, көн яуым-төшөмһөҙ. Төндә һауа температураһы төндә +6, көндөҙ +15 градусҡаса етә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын.
Шишәмбе, 7 октябрь, ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +5...+14 градусҡаса йылы. Төньяҡ- көнсығыштан елдәр иҫә.
Шаршамбы, 8 октябрь, йылы - һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +4... + 14 градус була. Яуым-төшөм көтөлмәй, шулай ҙа болотло. Ел төньяҡ-көнсығыштан.
Кесаҙна, 9 октябрь, көн ҡоро. Һауа температураһы төндә +5, көндөҙ +13 градус. Ел көньяҡ- көнсығыштан, талғын.
Йома, 10 октябрь, болотло, яуым-төшөмһөҙ - һауа температураһы +5-тән +13 градусҡаса йылы тора. Ел көньяҡтан.
Шәмбе, 11 октябрь, йәкшәмбе, 12 октябргә ҡарай төндә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә +5...+7 градус тирәһе, көндөҙ +10...+ 12 градус. Көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ- көнбайыштан талғын елдәр иҫә.
гөлгөнә Мозафарова фотоһы.