
Өфөлә барыбыҙға билдәле һәм ҡәҙерле Салауат Юлаев һәйкәлен элекке торошона ҡайтарыу – реставрациялау буйынса эш башланды. Реставратор Михаил Татарников әйтеүенсә, эшселәр тәүҙә аҫылмалы элементтарҙы алыуға тотонған. Тәүҙә батырҙың ҡылысын, аҙаҡ ҡамсы, егеү кәрәк-яраҡтары кеүек элементтарҙы алғандар.
Мөһабәт скульптураны тарихи монтажлау эшенә ҡапма-ҡаршы тәртиптә, эҙмә-эҙлекле рәүештә һүтәсәктәр. Аҙаҡ һыбайлы фигураһы алынасаҡ, унан һуң һәйкәлдең урта өлөшөнә тотонасаҡтар. Һәйкәлдең түбәнге өлөшө тотош көйө алынасаҡ. Бөтә реставрация эштәре Өфөләге махсус цехта үткәреләсәк. Халыҡ батыры үҙ урынына 2027 йылда әйләнеп ҡайтасаҡ.
–Һәйкәлде һүтеү – реставрация сараларының тәүге этабы. Һүткән саҡта бик ныҡ йыйнаҡлыҡ, уйлап эшләү кәрәк һәм һәйкәлдең үҙенә, ул эшләнгән материалға ихтирам талап ителә, – тип билдәләне реставратор Михаил Татарников. – Суйын – ватылыусан материал, шуға күрә бөтә эштәрҙе уйлап, һаҡ һәм нескәлек менән башҡарырға кәрәк.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-10-03/salauat-yulaev-yk-len-te-bashlandy-4413962