
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ете йыл дауамында Башҡортостандың алыҫ тораҡ пункттарына даими рәүештә мобиль медицина комплекстары – “Сәләмәтлек поездары” йөрөй. Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары менән йыһазландырылған. Уларҙың бурысы – ауыл халҡына диагностикалау мөмкинлеген тәьмин итеү, йәшерен ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау һәм шуның менән кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау.
“Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ – һәр тораҡ пунктта, шул иҫәптән район үҙәктәренән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ла, халыҡтың сифатлы медицина ярҙамын алыуға мөмкинлеге булырға тейеш”, - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы тамамланды, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. “Сәләмәтлек поезы” Мишкә районында ла булып, табиптар бригадаһы ҙур эш башҡарҙы, хатта бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә, ҙур үҙәктәргә йөрөү өсөн ваҡытын һәм көсөн сарыф итмәйенсә, квалификациялы медицина ярҙамы алды.
“Сәләмәтлек поезы”ның маршруты Яңы Троицкий, Кесе Нәкәрәк, Татарбай, Камай, Ленинский, Оло Шаҙы, Ҡайраҡ, Тынбай һәм Оло Сухояз ауылдары аша уҙҙы. 583 кеше тикшеренеү үтте, улар иҫәбендә 51 кеше махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаилә ағзалары, ике яугир ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. 349 кеше — флюорография, 260 ҡатын-ҡыҙ маммография үтте, 35-ен акушер-гинеколог ҡараны. Хирургта — 255, эндокринологта 294 кеше булды. ВИЧ-ҡа 216 кеше тикшереү үтте.
Невролог 180 кешене ҡабул итте. Мишкә үҙәк район дауаханаһы неврологы Олеся Михайлова түбәндәгеләрҙе һөйләне:
Мишкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Гәрәев билдәләүенсә, “Сәләмәтлек поезы” районда туғыҙ көн эшләй, туғыҙ ауылда була. 583 кешене ҡабул итеү — ябай һандар түгел. Был 198 тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыу, гриптан 135 вакцина ҡуйылған, йөҙләгән тикшереү үткәрелгән һәм консультациялар бирелгән. “Сәләмәтлек поезы” — халыҡ өсөн аныҡ ярҙам. Халыҡ сәләмәтлеге — беҙҙең дөйөм байлыҡ һәм өҫтөнлөк.
Фекер...
Дмитрий Ушаков, Мишкә үҙәк район дауаханаһының табип-методисы:
Светлана Тоймырҙина.