Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь , 11:45

Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә

Бөрөлә «Ҡурай сәскәһе» этноэкофестивале ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте

Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә
Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы агробиология станцияһы территорияһында сағыштырмаса матур һәм ҡыҙыҡлы «Ҡурай сәскәһе» этноэкофестивале үтте. Ул «КультПРОсвет» фән һәм мәғариф коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма проектының төп партнеры тарафынан “Рәсәй йәштәре” гранттары конкурсы еңеүсеһе булараҡ тормошҡа ашырылды. 
Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни традицияларын һәм экологик белем биреүҙе берләштереүсе был сара Башҡортостан Республикаһы райондарының хакимиәт башлыҡтарын һәм хакимиәт вәкилдәрен, студенттарҙы, уҡыутыусыларҙы, уҡыусыларҙы, туристарҙы һәм ҡала халҡын йыйҙы. Фестивалде асыу тантанаһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Факил улы Фәтҡуллин, Бөрө, Ҡариҙел, Асҡын районы хакимиәтенән килгән вәкилдәр сығыш яһаны. Улар сараның социаль һәм мәҙәни ролен юғары билдәләне.
Фестивалдә филиалдың дендрарийы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды. Ул Рәсәйҙең 40 иң яҡшы ботаник баҡсаһы һәм дендропаркы исемлегенә ингән һәм Башҡортостандың ҙур ҡомартҡыһы булып һанала. Дендрарий 1975 йылда барлыҡҡа килә. Уның бай коллекцияһы ярты быуат студенттарға практик белемдәрен камиллаштырырға һәм ботаника буйынса компетенцияларын формалаштырырға мөмкинлек тыуҙыра. Бөгөн унда төрлө еләк-емештәр, алыҫ төбәктәрҙән килтерелгән ағастар һәм декоратив ҡыуаҡтар үҫтерелә һәм халыҡҡа тәҡдим ителә. Алманың ғына 25-тән ашыу сорты бар! 
Сараны  Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусылары һәм студенттары ойошторҙо. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм традициялары менән танышыу маҡсатында уҙғарылды. Сараға 600-ҙән ашыу кеше йыйылды. Төп ҡунаҡтар – Бөрө филиалының беренсе курс студенттары, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Саҡмағош, Шаран райондарының мәктәп уҡыусылары булды. Студенттар төркөмөнән торған ирекмәндәр уларға экскурсия яһаны. Сара программаһына ярашлы, һәр теләүсегә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шәмдәр, ҡурсаҡ һәм бетеү яһау мөмкинлеге бирелде. Беренсе курс студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн маршрут буйынса уйын ойошторолдо, шулай уҡ «Халыҡ һөнәрҙәре» һәм «Милләт спорттары» этно майҙансыҡтары эшләне. Тәбиғи ҡалдыҡтарҙан тегелгән экокостюмдар конкурсы, дефиле, ижади коллективтарҙың концерт программаһы, интерактив оҫталыҡ кластары һәм этнофлешмоб үҙәк ваҡиғаларҙан һаналды.
Шул уҡ ваҡытта һәр факультет үҙ биләмәһенең үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Фестивалдең сағыу өлөшө – филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты ойошторған башҡорт тирмәһендә үткән интерактив экскурсия булғандыр, моғайын. Ҡатнашыусылар башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәре менән танышып ҡына ҡалманы, ә үҙҙәре ҡулланып ҡараны. Ситтән килеп, хәҙер инде үҙ кешеләр булып киткән төркмән студенттары иһә ҡунаҡтарҙы үҙҙәре бешергән милли аш-һыуҙары менән һыйланы. Биология һәм химия факультеты үләндәр йыйыу һәм киптереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм «Үлән сәйе менән ҡаршы алабыҙ» эко-күргәҙмә ойошторҙо. Физика һәм математика факультеты ҡунаҡтарҙы төрлө электр приборҙары менән таныштырҙы. Инженер технологияһы факультеты студенттары ҡунаҡтарға халыҡ кәсептәрен күрһәтте. Социаль-гуманитар факультет «Тарихҡа ҡағыл» исемле майҙансыҡ ойошторҙо. Һәр кем бында төрлө тарихи ҡоралдарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарау бәхетенә иреште. Педагогика факультеты төрлө милли спорт төрҙәре менән таныштырҙы һәм уйындар үткәрҙе.
Фестивалдең айырым әһәмиәтле ваҡиғаһы булып Бөрө ҡалаһында тәүге һуҡмаҡ – агробиология станцияһында өр-яңы «Сәләмәтлек юлы»н рәсми асыу тантанаһы булды. Был экологик һәм ял итеү майҙаны киләсәктә сәләмәт тормош алып барырға булышлыҡ итеүгә иҫәпләнгән.

Фекер...
Ольга Васильевна Лысова, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты деканы, педагогика фәндәре кандидаты:
Ил һәм республика кимәлендәге гранттар йәштәрҙең тормошон файҙалы һәм сағыу итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Радий Фәрит улы Хәбиров үҙенең бер сығышында: “Беҙҙә грант ярҙамы яҡшы кимәлдә ойошторолған. «Беҙҙә гранттар системаһы яҡшы ҡоролған. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумлыҡ тиерлек ярҙам алды. Коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша», – тигәйне республика етәксеһе. Ысынлап та, беҙҙең юғары уҡыу йорто ла гранттар буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай һәм йәштәргә патриотик, мәҙәни, рухи тәрбиә биреү өҫтөндә эшләй. Күптән түгел республика Башлығы гранты ярҙамында “Рәсәйҙе асам” исеме аҫтында үҙенсәлекле саралар ойошторолғайны. Был юлы “Росмолодежь” гранты ярҙамы менән Бөрө филиалы уҡытыусылары һәм студенттары ҡунаҡтарға йәнле, бай мәҙәниәт һәм таҙа экологик атмосфера бүләк итте.


Беренсе тапҡыр үткәрелгән «Ҡурай сәскәһе» этноэкофестивале ыңғай баһа алды. Экологик мәҙәниәтте һәм республиканың этник ҡомартҡыһын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында уны даими үткәрергә, тигән маҡсат ҡуйылды был көндә.


Аделина Шәмсиева, 
Камила Мөхәмәтова. 

Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә
Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә
Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә
Гранттар яңы мөмкинлектәр бирә
Автор:
Читайте нас: