

Башҡортостанда һауа температураһы ярайһы уҡ күтәреләсәк. Республикала әбейҙәр сыуағының икенсе тулҡыны килә тип әйтергә була. Әммә йәйге юғары температураны көтөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа төбәктә ярайһы уҡ йылыта.
Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә көндөҙ һауа +16 градусҡаса йылына. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа төндә минус температура буласаҡ.
Гисметео мәғлүмәте буйынса, йылы һауа торошо бер нисә көн — киләһе шишәмбегә, 7 октябргә тиклем дауам итәсәк. Һуңынан температура тағы ла түбәнәйә башлай.
Алдағы ике көн республикала ҡоро һәм ҡояшлы буласаҡ. Дүшәмбе, 6 октябрҙән республикала ямғыр яуасаҡ.
Фото: З. Нартдинова