

Әгәр ғаиләлә беренсе балаға «Әсәлек капиталы» түләнмәгән икән, икенсе балаға уның суммаһы 974,1 мең һумғаса еткерелә, беренсе балаға иһә 737,2 мең һумға тиклем арттырыла.
Ә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 28 773 һумға тиклем арта.
Шулай уҡ 1 февралдән инвалид граждандарға, ветерандарға, Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйһең Хеҙмәт Геройҙарына, Герой-әсәләргә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, радиациянан зыян күргән кешеләргә пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары инфляция кимәле буйынса индексациялана.