Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
29 Сентября 2025, 11:25

Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын

Бөгөн, 30 сентябрҙә,  Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренең Рәсәй  менән берләшеү көнө.  Ошо уңайҙан  Биләмә-ара үҙәк китапханаһында   «Яңы офоҡтар» тигән мәғлүмәт сәғәте үтте.

Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһынЯңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын

Презентация ярҙамында  сарала ҡатнашыусылар тарихҡа ҡыҫҡаса экскурсия яһаны һәм яңы төбәктәрҙең Рәсәй Федерацияһы составына инеүе менән бәйле ваҡиғалар тураһында белде.

Башҡортостан менән Новороссияны яҡын, йылы һәм ысын мәғәнәһендә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Беҙҙең дуҫлыҡтың тарихи тамырҙары бар. Тап Донбасс ерендә Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фашистар менән һуғыша. Ҡурҡыу белмәгән генерал 1943 йылда хәҙерге Луганск янындағы алыштарҙа һәләк була.

Класс сәғәте  уҡыусыларҙың белемен киңәйтеп кенә ҡалманы, ә үҙ иле һәм уның тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итте.

30 сентябрь бөтә Рәсәй халҡы өсөн хәҡиҡәт, ғәҙеллек һәм берләшеү көнө булып ҡаласаҡ, сөнки тамырҙарыбыҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ уртаҡ. Беҙ – бергә, киләсәгебеҙ ҙә бер үк.

Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ һәм теләктәшлек бәйләнештәрен нығынһын.

Наилә Имаева.

 

Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Яңы субъекттар сәскә атһын, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән дуҫлыҡ нығынһын
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас