Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
26 Сентября 2025, 07:05

Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана

Башҡортостан синоптиктары өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы.    

Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразланаЯл көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана
Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана

Бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13 градус.

Шәмбе, 27 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, урыны менән 0, -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +7, +12 градус.

Йәкшәмбе, 28 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе 0, -3 градус, көндөҙ +7,+12.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-26/v-vyhodnye-v-bashkirii-proydut-dozhdi-so-snegom-4402826

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас:
Автор:
Читайте нас