

Башҡортостанда “Тәңкә аҙналығы” Бөтә Рәсәй акцияһы башланды – металл тәңкәләрҙе ҡағыҙ купюраға алмаштыралар.
Башҡортостандың Милли банкы хәбәр итеүенсә, ул ике аҙна дауам итәсәк. Акцияның асылы шунда: һәр кем йыйылған металл аҡсаны, акцияла ҡатнашҡан теләгән бер банкка барып, ҡағыҙ купюраға алмаштыра ала. Бының өсөн комиссия хаҡы алмаясаҡтар, фәҡәт банк хеҙмәткәренә паспортыңды күрһәтергә кәрәк.
Апрелдә үткәрелгән бынан алдағы ошондай акцияла Башҡортостан халҡы 765 мең тәңкә тапшырған, уларҙың дөйөм суммаһы – 3,8 миллион һум, ауырлығы 3,7 тонна булған.
Фото: социаль селтәрҙән.