Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Сентябрь 2025, 18:00

Ҡапыл һыуытасаҡ!

25 сентябрҙән арктик һауа массаһының республика биләмәһенә үтеп инеүенә бәйле һауа температураһы ҡырҡа түбәнәйәсәк.    

Ҡапыл һыуытасаҡ!Ҡапыл һыуытасаҡ!
Ҡапыл һыуытасаҡ!

Төндә +8...+13 градустан +1... +6 градусҡа тиклем һыуыта. Урыны менән 0... -5 градус буласаҡ, ҡырау төшөүе ихтимал.

Көндөҙ +5...+10 градус буласаҡ.

Республиканың күпселек райондарында ямғырҙар яуасаҡ. 28-30 сентябрҙә төньяҡ һәм таулы райондарҙа яуым-төшөм епшек ҡарға әйләнергә мөмкин.

Йылыраҡ кейенегеҙ, дуҫтар! 

Ошо яңылыҡ менән бүлешкән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ:

Водителдәр! Юлдарҙа ямғыр яуыуы, төньяҡ райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Баҡсасылар! Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәрҙе һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн ябығыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һыуыҡ тейҙереүҙән һаҡланығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-23/apyl-yuytasa-4399090
Автор:
Читайте нас