Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Сентябрь 2025, 04:24

Мәҙәни мираҫҡа асҡыс

Күп милләтле республикабыҙҙың белем усаҡтарында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы уҡыу йылында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ 409 мең уҡыусы һайлаған — был уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 78,5 процент тигән һүҙ.

Мәҙәни мираҫҡа асҡысМәҙәни мираҫҡа асҡыс
Мәҙәни мираҫҡа асҡыс

Был күрһәткес тотороҡло үҫеште күрһәтә: 2018 йылда башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр һаны 73 процент тәшкил итһә, 2024 йылда ул 78,5 процентҡа тиклем күтәрелде.
Республика мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү ике йүнәлештә ойошторолған: дәүләт теле һәм туған тел булараҡ. 2025 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктең 15 мәктәбендә уҡытыу башҡорт телендә алып барыла, ә башҡа учреждениеларҙа уны туған тел булараҡ 234 меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә — был дөйөм һандан 18 процент тәшкил итә.
Ҡариҙел районында башҡорт телен туған тел булараҡ Ҡараяр, Яңы Бәрҙәш, Хәлил, Иҫке Аҡбүләк мәктәптәренән 260-тан артыҡ бала уҡый. Башҡа белем биреү учреждениеларында дәүләт теле булараҡ өйрәнелә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм дәүләт (башҡорт) теле буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында Иҫке Аҡбүләк, Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се, Үрге Һөйән, Яугилде мәктәптәре уҡыусылары еңеүсе булды.
Туған (татар, мари) телдәр һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабында Яугилде һәм Ҡортлокүл мәктәптәре уҡыусылары еңеү яуланы.
2024-2025 уҡыу йылында алты 9-сы класс уҡыусыһы туған (башҡорт, татар) телдәр буйынса төп дәүләт имтиханы тапшырҙы, һөҙөмтәләр буйынса урта билдә дүрт булды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең туған тел уҡытыусылары һәм уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, Айгөл Дәүләтшина (Озерки мәктәбе) “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025” төбәк-ара конкурсының номинанты булып, “Уҡыусыларҙа практик белемдәр формалаштырыуҙағы өлөшө өсөн” номинацияһында — еңеүсе, Резида Камалова (Ҡортлокүл мәктәбе) “5-се Хамматов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында “Дәрестәр һәм кластан тыш саралар методик эшләнмәләре конкурсы” номинацияһында призер булды. Ҡариҙел 2-се мәктәбе уҡыусыһы Регина Атнасурина (уҡытыусыһы Э. Дәүләтйәнова) һәм Иҫке Аҡбүләк мәктәбе уҡыусыһы Дилә Солтанова (уҡытыусыһы Т. Хажиева) башҡорт теленән Аҡмулла олимпиадаһының йомғаҡлау этабында 98 һәм 100 балл йыйып, призер булыуға иреште.
“Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле һәм мәҙәниәте” республика фестиваль-конкурсында Диана Карамова (Ҡариҙел 1-се мәктәбе, уҡытыусыһы Г. Яҡупова), Ынйы Ғүмәрова (Хәлил мәктәбе, Р. Зәйнетдинова), Илвина Мостафина (Яңы Бәрҙәш, Д. Суфиярова) 1-се-4-се класс уҡыусылары араһында “Урындағы шағирҙар шиғырҙарында тыуған яҡ матурлығы” номинацияһында призер булды.
Ҡариҙел районының “Йәмәғәт-мәҙәни үҙәге”ндә төньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусылары ҡатнашлығында “Урал батыр” эпосын яттан башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының төбәк этабы үтте. Район моделле китапханаһында башҡорт теле көнөнә арналып, “Ҡариҙелдең ете мөғжизәһе” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Унда уҡытыусылар үҙҙәренең сығышында, видеороликтарҙа, презентацияларҙа райондың иң матур, һоҡланғыс урындары тураһында һөйләне.
Быйыл башҡорт теле уҡытыусылары Р. Яҡупова, Э. Нурмөхәмәтова, Р. Зәйнетдинова — Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған “Бөйөк Еңеү: быуындарҙың хәтере һәм рухи тәжрибәһе” “түңәрәк өҫтәл”ендә, Иҙел буйы федераль округының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йәш уҡытыусылары форумы эшендә мәғариф бүлеге методисы З. Сафина, йәш уҡытыусылар Р. Камалова, А. Нуриәхмәтова, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының методик советында ла ҡатнашты.
Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда тел сәйәсәте социаль тотороҡлоҡто һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. 2019 йыл йомғаҡтарына ярашлы, ҡайһы бер төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеү сәғәттәре ҡыҫҡарыуы мәҙәни традицияларҙы юғалтыуға килтергәндә, беҙҙең республикала ыңғай тенденция — өйрәнеүселәр һаны артыуы күҙәтелә.
2025 йылда инновацион методикалар индерелде: мобиль ҡушымталар һәм онлайн-курстар уҡыу процесын аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итә. Был саралар, алты йыл эсендә, башҡорт телен һаҡлау буйынса үткәрелгән тәүге съездан башлап, башҡорт телен һайлаусы уҡыусыларҙың артыуына килтерҙе. Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең дәрестәрендә балаларға халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын өйрәтеүҙе үҙенең изге бурысы, төп маҡсаты итеп ҡуя. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә дөйөм үҫештә туған телде өйрәнеүҙең ыңғай яғын ғына билдәләй.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә, мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү — ул тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә хөрмәт, уны һаҡлау, быуындан-быуынға тапшырыу һәм төбәгебеҙҙең тотороҡлолоғо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә: “Башҡорт телен һаҡлау беҙҙең ҡулда”. Глобалләшеү һәм һанлаштырыу дәүерендә нәҡ ошондай башланғыстар Башҡортостаныбыҙҙың милли үҙенсәлеген киләсәк быуындар өсөн һаҡларға ярҙам итә.


Зөлфинә Сафина, район мәғариф бүлеге методисы.

 

Автор:
Читайте нас