Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Сентябрь 2025, 18:00

Икенсе аҙнала яйлап һыуыта

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Икенсе аҙнала яйлап һыуытаИкенсе аҙнала яйлап һыуыта
Икенсе аҙнала яйлап һыуыта

Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала – 22 – 28 сентябрҙә көндәр яйлап һыуыта башлай.  

Дүшәмбе, 22 сентябрь, көн яуым-төшөмһөҙ, болотло була тип күҙаллана. Төндә һауа температураһы төндә +12, көндөҙ +18 градусҡаса етә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Шишәмбе, 23 сентябрь,  ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +17...+26 градусҡаса йылыта. Көньяҡ- көнбайыштан елдәр иҫә.  

Шаршамбы, 24 сентябрь, йылы һаҡлана әле - һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә  +12... + 23 градус була. Яуым-төшөм көтөлмәй, шулай ҙа болотло. Ел төньяҡ-көнбайыштан.

Кесаҙна, 25 сентябрь, ямғырҙар башлана тип фаразлана. Һауа температураһы +8, көндөҙ +15 градус. Ел төньяҡ- көнбайыштан, талғын.

Йома, 26 сентябрь, нығыраҡ һалҡынайта - һауа температураһы  +5-тән +10 градусҡаса төшә. Ямғыр яуа. Ел төньяҡ -көнбайыштан.

Шәмбе, 27 сентябрь, йәкшәмбе, 28 сентябрь, яуым-төшөм һаҡлана. Һауа температураһы төндә +5 градус тирәһе, көндөҙ +7...+ 10 градус. Көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын елдәр иҫә.

В. Ғиззәтуллина фотоһы. 

 

Автор:
Читайте нас