Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Сентябрь 2025, 06:33

Колледж яңы һулыш алды

Белем көнө Иҫке Балтас ауылындағы Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы студенттары өсөн икеләтә шатлыҡлы һәм иҫтәлекле булды.

Колледж яңы һулыш алдыКолледж яңы һулыш алды
Колледж яңы һулыш алды

Улар яңы уҡыу йылын күптән көткән, заманса төҙөкләндерелгән уҡыу корпусында ҡаршы алды. Был ваҡиға ауыл хужалығын үҫтереүгә, йәш быуынды сифатлы белем менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән күләмле эштә тағы ла бер мөһим аҙым булып тора.
Хыялдар ысынға ашты. Был көндө колледж студенттарын, уҡытыусыларҙы һәм бөтә коллективты ҡотлау өсөн районға мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Эш сәфәре менән Балтас районында булған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Кашшаф Ямалетдинов йәш быуынды яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Улар үҙ сығышында йәштәрҙең ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙәге роле, һөнәри белемдең әһәмиәте тураһында айырым туҡталды. Мәғарифтың был өлкәһенә булған айырым иғтибар йәш белгестәрҙе әҙерләүгә ҡарата етди мөнәсәбәтте күрһәтә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев билдәләп үтеүенсә, ауыл хужалығы республика иҡтисадының мөһим тармаҡтарының береһе булып тора һәм заманса уҡыу йорттары йәш белгестәрҙе әҙерләүҙә ҙур роль уйнай.
— Беҙҙең алда торған төп бурыс — йәштәрҙе юғары сифатлы һөнәри белем менән тәьмин итеү, уларҙың ауыл хужалығына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Был яңыртылған уҡыу корпусы — ул беҙҙең инвестиция, киләсәккә ҡуйған ҙур өмөттәребеҙ. Йәштәр, әлбиттә, бында сифатлы белем алыр, яңы технологияларҙы үҙләштерер һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам, — тине Урал Таһир улы.
Яңы уҡыу йылы — ул яңы белемдәр, ҡаҙаныштар, мөмкинлектәр башланғысы. Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжының яңыртылған бинаһы студенттарҙы заманса, юғары сифатлы белем менән тәьмин итеүгә, уларҙы киләсәккә әҙерләүгә яңы ынтылыш бирер, тип ышанабыҙ.

Фекер...
Илгиз Әхүәс улы Субушев, район хакимиәте башлығы:
— Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк һәм 1 сентябргә уҡыусылар заманса йыһазландырылған уҡыу йортона әйләнеп ҡайтһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ. Яңы кабинеттар, яңыртылған лабораториялар, уңайлы ашхана, спорт һәм ултырыштар залы — былар барыһы ла уҡыу процесы юғары дәрәжәлә һәм нәтижәле булһын өсөн эшләнгән.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:
Читайте нас