

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, махсус хәрби операцияла А. Доставалов исемендәге 1-се башҡорт батальоны составында ҡатнашып, һуғыштың бар асыһын-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған, Батырлыҡ ордены һәм Жуков миҙалы менән бүләкләнгән Ринат Ҡолтоманов әсәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ, оло сабырлыҡ теләне. Ул ауыл йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға — Азат Талиповҡа, Инзилә Фазлинуроваға, Ғәзимә һәм Рифат Зәйнетдиновтар, Винария һәм Фәғил Закировтарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Инзилә Вәсил ҡыҙы ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улынан шатлыҡлы хәбәр алған. Капитан Илһам Илшат улы яуҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Юғары награданы яугирға Рәсәй Федерацияһы оборона министры Андрей Белоусов тапшыра.
Ринат Уразбай улының һәр һүҙе йөрәгенән сығып, сарала ҡатнашыусы һәр кешенең күңеленә барып еткәндер. Ул үҙ сығышында илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән ир-егеттәрҙең ҡыйыулығы, тылда уларға көс, батырлыҡ биреп торған яҡташтары ярҙамының мөһим булыуы тураһында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Махсус хәрби операция яугирҙары Бөйөк Ватан һуғышының еңеү традицияларын дауам итә. “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй" - тигән генерал М. Шайморатов, үҙенең яугирҙарын һөжүмгә күтәреп. Бөгөн был саҡырыу уларҙың ейәндәре һәм бүләләре өсөн яңғырай. Беҙ яҡташтарыбыҙ - мобилизацияланғандар, контрактсылар, ирекле исемле батальондар, «Башҡортостан» полкы, С. Юлаев исемендәге Рәсәй Гвардияһы батальондары яугирҙары менән ғорурланабыҙ”, - тип билдәләне.
Республика етәксеһе һөйләүенсә, Башҡортостан яугирҙары алыштарҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уларҙың өс меңдән ашыуы Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән, һәм уларҙың хәрби батырлығына һәм ҡаһарманлығына йөҙләгән миҫал килтерергә мөмкин.
Фекер...
Ринат Ҡолтоманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, махсус хәрби операция ветераны:
Илһөйәр Махатова.