Унда Әмир ауылының уңған гүзәл заттары ҙур тирмә ҡороп, ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең ҡул эштәре, милли ризыҡтар, этнографик музей эше менән таныштырҙы. Айыҡлыҡ көнө алдынан иғлан ителгән шифалы эсемлектәр конкурсы ҡатнашыусылары ла бирелә үҙҙәренең бай продукцияһын тәҡдим итте, ҡунаҡтар үлән сәйҙәре, файҙалы компоттар, тәмле морстарҙы ла тәмләп ҡараны. Әйткәндәй, байрамда Әнисә Сәмиғуллина, Эльвира Талипова, Инзилә Фазлинурова, Әминә Ханова, Нурия Шәрәфетдинованың да айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауы, әүҙемлеге Ҡашҡа ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Майҙансыҡ был көндө балаларҙың да шат тауышынан гөрләп торҙо. Улар ҡунаҡтарға үҙҙәренең етеҙлеген, оҫталығын күрһәтте. Әмир ауылының ғорурлығы — районыбыҙҙа бик күп йәш спортсы тәрбиәләгән тренер-уҡытыусы Фәрдүс Әхмәтов һәм Ҡашҡа мәктәбенең тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы Илшат Ғәлләмов спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторҙо.
Байрам Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыларының флешмобы менән башланып, матур шиғырҙар, Әмир ауылы гүзәл заттарының дәртле, рухлы йырҙары менән үрелеп барҙы.
Сараны йомғаҡлап, алып барыусылар — Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Азат Фәйзуллин һәм мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова әмирҙәргә ошондай ҙур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтеп, алда башҡарыласаҡ эштәрҙә лә уңыштар теләне.
Илһөйәр Махатова.
Марат Юнысов фотолары.