

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна араһында үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтер өсөн мөмкинлектәр булыр. Яҡын арала яңы таныштарығыҙ ниндәйҙер кимәлдә файҙа килтерер. Кесе йомала етди ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Элекке тәжрибәгеҙҙе ҡуллана алмаҫһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди мәсьәләләр көн үҙәгендә булыр. Өйөгөҙҙә, эшегеҙҙә аҡса менән бәйле бәхәстәр көтөлә. Бәғзеләр үҙ иңенә ниндәйҙер йөкләмәләр ҙә алыр. Ғөмүмән, етди хаталар ебәрмәҫһегеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбе-шаршамбыла икеле хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Һәр осраҡта ла эске тауышығыҙға таянығыҙ, ул һеҙҙе алдамаҫ. Был арала кемдер һеҙҙең һуңғы эштәрегеҙҙе тикшерер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнанан күпте көтмәгеҙ. Көс-ваҡытығыҙҙы арыу ғына түкһәгеҙ ҙә, йомғаҡтары маҡтанырлыҡ булмаҫ, моғайын. Кесе йомала төп эшегеҙҙә үҙгәрештәр булыуы мөмкин, улар һеҙгә ҡағылмаҫ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала етди ҡыйынлыҡтар көтөлмәй һымаҡ. Бәләкәйҙәрен үҙегеҙ еңел генә хәл итә алырһығыҙ. Шаршамбыла ышаныслы кешенән ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ бар.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Башҡаларҙы еңел аңларһығыҙ, улар ҙа һеҙгә ышаныс менән ҡарар. Ғөмүмән, барыһы ла ҡәнәғәт булыр. Бәғзеләр күптән көткән хәбәрҙе ишетер, моғайын. Етди ҡағыҙҙы ла ваҡытында әҙерләрһегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна башында эш итеү ауырыраҡ булыр. Элек ебәргән хаталарығыҙҙы төҙәтергә лә тура килер, бәлки. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ихтимал. Уны еңел хәл итерһегеҙ, ләкин кәйефегеҙ оҙаҡҡа боҙолор.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбенән һуң яңы мөмкинлектәр асылыр. Һис икеләнмәйенсә эш итегеҙ. Кеше ярҙамына өмөт итмәгеҙ, барыһын да үҙегеҙ булдырырһығыҙ. Кесе йомала байтаҡ килем алырһығыҙ. Уны бер аҙ тотонмай тороғоҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шаршамбыла йорт-ғаилә мәшәҡәттәре өҫтәлер. Йомалағы бәхәстәрҙә бер кемде лә рәнйетмәй, дөрөҫ ҡарарға килерһегеҙ, моғайын. Бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында уйлана башлар.
Саян (24.10 – 22.11)
Күтәренке кәйефегеҙ бөтә эштәрегеҙгә лә булышлыҡ итер. Күптән эсегеҙҙе бошорған мәсьәләгә лә тотонорһоғоҙ, бәлки. Уның әллә ни ҡатмарлы булмауы асыҡланыр. Йомала уйламаған сығымдар булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә бәхәстәрһеҙ булмаҫ, моғайын. Күпселек осраҡта үҙаллы эш итергә тура килер. Шулай ҙа уйламаған яҡтан ярҙам алыуығыҙ бар. Бәғзеләр күптән көткән ваҡиғаға әҙерләнә башлар.
ӨМӨТБАЙ.