Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Сентября 2025, 11:10

Бер быуатлыҡ юбилей!

15 сентябрҙә «Һәнәк» журналы сыға башлауға 100 йыл тулды. Ошо матур ваҡиға уңайынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһында «Көлә-көлә «Һәнәк» килә» тип аталған “түңәрәк” өҫтәл үтте.

Бер быуатлыҡ юбилей!Бер быуатлыҡ юбилей!
Бер быуатлыҡ юбилей!

Күркәм сараны асып, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов журналдың үткәне, бөгөнгөһө тураһында бәйән итте. Үткер ҡәләмле мөхәррир баҫманың интернет киңлегендә лә киң тарала башлауын билдәләне.

Был сараның мәртәбәһен арттырып, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе Марат Кәримов та килгәйне. Ул үҙе –быйыл 95 йәшлек юбилейын билдәләгән тере тарих, заманында журналды күтәргән баш мөхәррир, «Һәнәк»те латин хәрефтәре менән баҫылған сағынан яратып уҡыған шәхес. Марат Кәримов, шиғырҙарын ятҡа һөйләп, кисәгә бәҫ өҫтәне.

Илгиз Ишбулатов, Марсель Сәлимовты ололап, түңәрәк өҫтәлдең алып барыусыһы итеп тәғәйенләне. Ул – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик һәм юмористик шағир, шулай уҡ «Һәнәк»тең элекке баш мөхәррире. Мар. Сәлим был сараны бик йәнле, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Уның йор теле төрлө иҫтәлекле ваҡиғаны асып бирҙе.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Алһыу Аҡҡужина китапхана фондында һаҡланған «Һәнәк» журналына күҙәтеү яһаны.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ваҡыт һиҙелмәйсә үтеп тә китте.

Тормошҡа йор күҙлектән ҡарап, һәр нәмәнән йәм-ғәм табып йәшәйек!

Автор:
Читайте нас