

13 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башнефть” компанияһының Өфөләге етештереү майҙансыҡтарының береһендә төбәктең террорға ҡаршы комиссияһының күсмә ултырышын үткәрҙе. Быға тиклем предприятие дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булғайны.
Кәңәшмәлә төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Башнефть” компанияһы етәкселеге ҡатнашты.
Республика Башлығына предприятиелағы оператив хәл тураһында хәбәр иттеләр. Ике пилотһыҙ аппаратты ла “Башнефть” һаҡсылары бәреп төшөргән. БПЛА емереклектәренең ҡолауы ҙур булмаған эҙемтәләргә килтерә, улар етештереү процестарына йоғонто яһамай завод штат режимында эшен дауам итә. Һөҙөмтәлә бер кем дә зыян күрмәй.
Сәнәғәт зонаһы территорияһында шулай уҡ һауа сифатын үлсәүҙәр үткәрелә, зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы сигенән артыуы асыҡланмай.
– Ошо ваҡыт эсендә беҙ предприятиеларыбыҙҙы яҡлауҙың пассив һәм әүҙем системаһын төҙөнөк. Бөгөн икеһе лә эшләне һәм ике пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөрҙө. Беҙ ут асҡан “Башнефть” компанияһының һағы һәм Оборона министрлығынан егеттәргә рәхмәт белдерҙек. Дошмандың һөжүм итеү теләге артабан да буласағын аңлайбыҙ. Шуға күрә террорға ҡаршы яҡлауҙы көсәйтәсәкбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортоста Башлығы сайты.