Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Сентябрь 2025, 07:00

Әмир ауылында яңы ФАП асылды

Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә  “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының “Урта  ауылдар” номинацияһында 1-се урын яулаусы Әмир ауылында үткән йомғаҡлау сараһында ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды —  күптән көтөлгән, заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап биргән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишекттәрен асты.

Әмир ауылында яңы ФАП асылдыӘмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә асыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары беренсел медицина ярҙамын күрһәтә, ҡатмарлы осраҡтар өсөн алдынғы медицина учреждениелары менән дистанцион кәңәшләшеү мөмкинлеге бирә. “Беҙ ябай мәсьәләне хәл итәбеҙ – һаулыҡ һаҡлауҙы, тәүге ярҙамды, тәүге медицина тикшереүен мөмкин тиклем кешегә яҡынайтырға тейешбеҙ. Шуға күрә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын әүҙем тергеҙәбеҙ. ФАП-тарҙа эшләгән фельдшерҙарға ҙур рәхмәт. Уларҙың күптәре тиҫтә йылдар буйына бер урында эшләй һәм, әлбиттә, яҡшы шарттарҙа эшләргә лайыҡ”, — тине Радий Фәрит улы.

Асҡын районында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу ҙур темп менән дауам итә.  Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов билдәләүенсә, Әмир ауылында асылған ФАП 19-сыһы булды.

  • Әмир ауылы халҡы был көндө түҙемһеҙлек менән көттө. Быға тиклем улар медицина ярҙамын ябай ауыл өйөндә урынлашҡан пунктта алһа, хәҙер бар талаптарға яуап биргән заманса бинала тәжрибәле фельдшер Сажидә Зәйнетдинова хеҙмәтләндерәсәк. Һеҙҙең пунктҡа ауырып түгел, профилактика өсөн генә йөрөүегеҙҙе теләйем, — тине Динис Рәдис улы.

Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Шакиров та  Әмир ауылы халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы һәм фельдшер Сажидә Зәйнетдиноваға һәм һаулыҡ һаҡлау ветераны Мәүлиә Сәмиғуллинаға үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Ҡыҙыл таҫманы киҫеп, бар ғүмерен Әмир,  Ҡашҡа, Гөмбә, Билгеш, Сөйөш ауылдары халҡының һаулығын һаҡлауға бағышлаған фельдшер-акушер Заһирә Шәрәфислам ҡыҙы Шәрәфисламоваға  таҡтаташ асҡандан һуң ҡунаҡтар яңы медицина учреждениеһы эсенә үтте. Баш табип Илдар Радик улы уларҙы уңайлы эш шарттары, яңы ҡорамалдар менән таныштырҙы.   

Фекер...

Илдар Радик улы Шакиров, Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

  • Асҡын районында күптән түгел яңы эш башлағанлыҡтан, был минең ҡатнашлығымда асылған тәүге ФАП. Алдағы көндәрҙә тағы ла дүрт пунктты асасаҡбыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, яңы ФАП-тар фельдшерҙың эшен дә күпкә еңеләйтә, халыҡҡа ла уңайлы шарттар тыуҙыра. Сифатлы медицина ярҙамы һәр ауылға килеп етергә тейеш.

Илһөйәр Махатова.

Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Әмир ауылында яңы ФАП асылды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас