Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2025, 16:35

Башҡарылған эштәр һөйөндөрә

Республика Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә, халыҡтың көнкүрешенә, йәшәйеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлә.

Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Башҡарылған эштәр һөйөндөрә

“Беҙҙең алдыбыҙға ҙур һәм изге маҡсаттар ҡуйылған, уларҙың һәр береһен тормошҡа ашырыу өсөн ҙур аҙымдар яһайбыҙ. Башҡортостанда заманса йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә башланы. Уларҙы тормошҡа ашырыуға ижади ҡараш артты. Биләмәләр артабан да төҙөкләндереләсәк, үҫеш буласаҡ,”, — тип белдерҙе Радий Фәрит улы.


Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ иткән байтаҡ программалар бойомға ашырыла. Тик берҙәм маҡсат, тырышлыҡ һәм теләк кенә булһын.

Әмир ауылының “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы еңеү яулап, республика бюджетынан бүленгән аҡсаларға үҙҙәренең йәшәйешен, йәнтөйәген төҙөкләндерергә, матурларға, халыҡ өсөн уңайлы итергә тырышыуы ла быға асыҡ дәлил.

Йомғаҡлау сараһында Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов оҙатыуында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Ренат Ҡолтоманов, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Шакиров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә республика бюджетынан бүленгән аҡсаларға башҡарылған эштәр менән танышты.

Һанап китһәң, ысынлап та, ауылды төҙөкләндереү маҡсатында ҙур тырышлыҡ һәм көс һалынған: ауылға ингән ерҙә яңы стела ҡуйылған, мәсет, обелиск, туҡталыш, ФАП, мәҙәниәт йорто алдарына торба һалынған, “Әғәлтдин” шишмәһенә, Баҫыу, Урман урамдарына юлдар ремонтланған, контейнер майҙансыҡтары ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан алып төрлө хәрби бәрелештәр, махсус хәрби операция яугирҙарына арналған яңы мемориал төҙөлә, уҡыусылар өсөн туҡталыш ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто ла ремонтлана.

Әмирҙәр тырышлыҡтары, әүҙем һәм берҙәм булыуҙары менән йәшәйеш өсөн бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итте һәм итә. Афарин, тибеҙ уларға!

Фекер...

Шәмсинур Фәтхинурова, Әмир ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны:

—Республика ярҙамы менән ауылыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, төҙөгөрәк итеүебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ. Бына юлдарҙы ғына алһаҡ та. Әмир ауылына килен булып төшөүемә 46 йыл, беҙ йәшәгән Баҫыу урамына бындай ремонт булғанын күргәнем юҡ ине. Шул тиклем киң итеп, яҡшы итеп һалдылар. Иң беренсе, ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улына, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улына, эште сифатлы итеп башҡарғандары өсөн Венер Гәрәев етәкләгән “Уралуниверсалстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  хеҙмәткәрҙәренә оло  рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Илһөйәр Махатова.

Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Башҡарылған эштәр һөйөндөрә
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас