Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Сентябрь 2025, 12:05

Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы

Бөгөн, Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөндә,  “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының “Урта  ауылдар” номинацияһында 1-се урын яулаусы Әмир ауылында бай йөкмәткеле ҙур сара үтте.

Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлыӘмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы

Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар — район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ренат Уразбай улы Ҡолтоманов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Радик улы Шакиров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов, шулай уҡ Әмир ауылы халҡы, яҡын-тирә ауылдарҙан килеүселәр ҡатнашты.

Сара шатлыҡлы миҙгелдәргә, рухлы, бай йөкмәткеле сығыштарға, йыр-моңға бай булды. Иң ҡыуаныслыһы, әлбиттә,  күптән көтөлгән, заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап биргән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы ине. Унда бар ғүмерен Әмир,  Ҡашҡа, Гөмбә, Билгеш, Сөйөш ауылдары халҡының һаулығын һаҡлауға бағышлаған фельдшер-акушер Заһирә Шәрәфислам ҡыҙы Шәрәфисламованың исемен мәңгеләштереп, таҡтаташ асылды.

Байрамда “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнап, уны  уҙҙырыуҙа күп көс һәм тырышлыҡ һалған әүҙемдәргә район хакимиәте, ауыл биләмәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Мәртәбәле бәйгелә еңеү һөҙөмтәһендә алынған аҡсаларға ауылды төҙөкләндереү маҡсатында башҡарылған байтаҡ эштәргә — йомғаҡ, әле эшләнгәндәренә байҡау яһалды.

Илһөйәр Махатова.

Марат Юнысов фотолары.

Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Әмирҙәр айыҡ тормош яҡлы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас