

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Шәрипов Илһам Заһит улы Рәсәй Федерацияһы Президентының 2025 йылдың 19 июлендәге Указы буйынса Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Илһам Заһит улы — Асҡын районының Иҫке Күскилде ауылында тыуған. Яҡташыбыҙ РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм үҙ теләге менән МХО зонаһына юллана, унда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Батырлыҡ ордены яугирҙың тормош иптәше Алиса Виленсовнаға тапшырылды.
Закиров Таһирйән Закир улы Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 5 ноябрендәге Указы буйынса Суворов миҙалы менән бүләкләнде.
Таһирйән Закир улы Асҡын районы Ҡубияҙ ауылында тыуған. Яҡташыбыҙ 2022 йылдың 18 октябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО зонаһына саҡырыла һәм 2024 йылдың 1 октябрендә хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк була.
2024 йылдың 10 авгусында ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнә. Наградалар геройҙың әсәһенә — Сәғетдинова Фруза Шәрифйән ҡыҙына тапшырылды.
Исхаҡов Радик Ҡәҙим улы Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 6 сентябрендәге Указы буйынса «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Радик Ҡәҙим улы Асҡын районының Петропавловка ауылында тыуған. Ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм үҙ теләге менән МХО зонаһына китә. Хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Миҙал ҡатыны Венера Рәшит ҡыҙына тапшырылды.
Фәйрүзә Юнысова.