Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Сентября 2025, 04:35

Атта йөрөү файҙалы

Ҡариҙел районында агротуризм үҫешә

Атта йөрөү файҙалыАтта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы

Ат — кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Боронғо күсмә тормош шарттарында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән. Атта йөрөү бөгөнгө көндә спорттың һәм туризмдың  киң таралған төрө булып һанала.

Ҡариҙел районында бөгөнгө көндә теләге булған һәр кемгә күңеле булғансы һыбай йөрөү мөмкинлеге бар. Эшҡыуар Данил Рыбалко нәҡ ошо хеҙмәт төрөн тәҡдим итеү менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә уның биләмәһендә күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Был проект урындағы халыҡ һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы.  Эшҡыуар Ҡариҙел районының һоҡланғыс урындары буйлап атта турҙар ойошторорға ниәтләй.

Ферма тәүге туристарҙы ҡабул иткән дә инде. Бирелә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға, атта йөрөү реабилитацияның һөҙөмтәле алымы булараҡ,  айырым иғтибар бирелә. Эшҡыуар киләсәктә үҙенсәлекле балаларға ошолай итеп ярҙам итергә уйлай. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, аттар менән аралашҡандан һуң балаларҙың кәйефе күтәрелә, шат һәм алсаҡ булалар.

Инвестор ҡариҙелдәргә, “Йондоҙло” ял базаһы туристарына, Гастелло исемендәге балалар һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәргә, яҡын-тирә баҡсалар, “Журавушка” һәм “Пионер”   ширҡәттәре ағзаларына, шулай уҡ күрше райондар һәм ҡалалар ҡунаҡтарына атта йөрөү хеҙмәтен күрһәтергә планлаштыра.

Ат һарайында үҙҙәренең профессиональ инструкторҙары бар, ул маршруттар буйынса экскурсия үткәреп кенә ҡалмай, теләге булғандарҙы атта йөрөргә лә өйрәтә. Ул атта дөрөҫ ултырыу, хәүефһеҙлек техникаһын аңлата. Оҫтаның тәжрибәһе һәм иғтибары ярҙамында башлап өйрәнгәндәр ҙә кәрәкле күнекмәләрҙе тиҙ үҙләштерә һәм һыбай ышаныслы йөрөй башлай.

“Әлеге көнгә бирелә байтаҡ эш башҡарылған: 2,5 гектар ер таҙартылған, периметр буйынса кәртәләп алынған, 14 баш ат өсөн аҙбар төҙөлгән, ат ҡараусы өсөн өй һалынған, эсер һыу алыр өсөн скважина ҡаҙылған, ирекмәндәр өсөн тораҡ модуль ҡуйылған, 900 квадрат метр майҙанда күнекмәләр өсөн плац төҙөкләндерелгән, ат аҙбарына ваҡ таш менән юл һалынған. Әле эшҡыуар ҡарамағында  өйрәтелгән ете ат бар.

Хеҙмәттәр күләмен арттырыу өсөн территорияны ҙурайтырға кәрәк. Ер участкаһына заявка бирелгән. Эшҡыуарға проектты тормошҡа ашырыуҙа бар яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәк”, — тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: "Тоғро дуҫ, яуҙа юлдаш, хужалыҡта шәп ярҙамсы — был беҙҙең башҡорт аты тураһында. Сыҙам һәм уникаль тоҡом — башҡорт тоҡомо".

Радий Хәбиров белдереүенсә, башҡорттар атҡа иғтибарҙы кәметмәй. Беҙҙең бурыс - Башҡортостанда йылҡысылыҡтың сәскә атыуын тәьмин итеү.

 Әйткәндәй...

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә? Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статусты биләй. Бөгөн тормошобоҙҙо йүнселлектән айырып ҡарау мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, ҡайҙа ғына барма, хатта һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһе лә бизнес менән бәйле. Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡтан башланыуын яҡшы аңлай барыһы ла. Шуға күрә республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, уларҙың проекттары ҡала һәм райондарҙа үткән Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡарала.

Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Атта йөрөү файҙалы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас