

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 8-14 сентябрҙә Айыҡлыҡ көнөнә ҡарата алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле ауырыуҙарҙы һәм үлем осраҡтарын кәметеү аҙнаһын иғлан итте.
Алкоголь ҡулланыу йыш ҡына үлем һәм ауырыуҙар, енәйәтселек, имгәнеүҙәр, юл-транспорт ваҡиғалары һәм ғаиләләрҙә көс ҡулланыу осраҡтары сәбәпсеһе булып тора. 2023 йылда алкоголь ҡулланыу арҡаһында 42 152 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 70 процентын хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр тәшкил иткән. Шуныһын да әйтергә кәрәк, был күрһәткес алкоголь менән ситләтеп бәйләнгән үлем осраҡтарының күп өлөшөн эсенә алмай.
Мәҫәлән, кардиомиопатия, аритмия, яман шештең ҡайһы бер төрҙәре, бауыр сирҙәре ошо иҫәптә. Тотороҡһоҙ психоэмоциональ хәл, депрессия, хәүефләнеү тойғоһо алкоголь менән даими мауығыуға килтерә, ти белгестәр. Бындай хәлгә тарығанда белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Рәсәйҙә өлкәндәргә һәм үҫмерҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре һәм фондтары етерлек, онлайн рәүештә лә ярҙам алып була.
Алкоголь – организмдың бөтә системаларына тәьҫир итеүсе ағыу, 200-ҙән ашыу патологиялар сәбәбе булып тора. Гипертония, инфаркт, гастрит, психик тайпылыштар, яман шеш, венерик һәм йоғошло сирҙәр – шуларҙың бер нисәһе генә. Алкоголь кешенең үҙен генә эшлектән сығармай, ә тирә-яғындағы һәр кемде хәүеф аҫтына ҡуя.
Күптәр алкоголде кәйефте күтәреүсе, тәнде йомшартыусы,рәхәтлек биреүсе ысул тип иҫәпләй. Тик был уйҙырма артында бөтә организмды ҡаҡшатыусы ағыулы матдә йәшеренгән. Ул күптәр өсөн бәйлелек сәбәбенә әүерелә, кеше ихтыярһыҙ йән эйәһен хәтерләтә, сираттағы дозаны көтөп йәшәргә күнегә. Эскеселәрҙең бик һирәге проблеманы таный, әммә күпселеге тирә-яҡтағыларға үҙенең хәлде контролдә тотоуын иҫбатларға тырыша. Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ.
Тәүге аҙым – мәсьәләне бөтә тәрәнлегендә аңлау һәм ҡарар ҡабул итеү. Икенсе аҙым – һынмау. Ҡурҡыу тойғоһо насар ғәҙәттән арынырға мөмкинлек бирмәгәндә, белгестәргә мөрәжәғәт итеү уңайлы булыр. Был этап ҡотолғоһоҙ, һеҙгә ярҙам итеүселәр кәрәк. Өсөнсө аҙым – сәләмәтлекте тергеҙеү. Зарарлы ғәҙәттән ҡотолоу менән үҙегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе тоймауығыҙ ихтимал. Организмдан бөтә ағыулы матдәләрҙе сығарыу өсөн ваҡыт кәрәк.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.