Бөрө ҡалаһында эшләп килгән дөйөм белем биреү усаҡтары, музыка, бейеү һәм спорт мәктәптәре элек-электән һәр баланың һәләтен асыу, уларға киләсәккә ҡыйыу һәм ышаныслы аҙымдар менән атлау мөмкинлеген тыуҙыра. Рәсәй һәм республика кимәлендә бөрөләрҙең уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни һәм ижади сараларҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе быға асыҡ миҫал. Бының өсөн педагогик коллективҡа әленән-әле һөнәри компетенцияларын үҫтереү, камиллаштырыу талап ителә. Шул уҡ ваҡытта заман талаптарына яуап биргән мәктәптәр генә баланың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Быйыл мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһе Бөрө ҡалаһында үтеүе лә юҡтан түгел. Бөрө районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников билдәләүенсә, яңы уҡыу йылына муниципалитеттың 11 дөйөм белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эшләнгән, тирә-яҡ төҙөкләндерелгән, мебелдәр, уҡыу ҡоролмалары яңыртылған.
Республика кәңәшмәһендә мағариф өлкәһендәге эштәргә йомғаҡ яһау, алдағы эштәргә пландар төҙөү, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән педагогтарҙы һәм хеҙмәт ветерандарын тәбрикләү менән бер рәттән федераль программа гранты ярҙамында капиталь ремонт эшләнгән Бөрө коррекция мәктәбе һәм ҡала лицейы иғтибар үҙәгендә булды. Башҡарылған эштәр һәм мәктәптең уҡыу йылына әҙерлеге менән Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров танышты.
1970 йылда нигеҙ һалынған лицейҙың үҙ тарихы бар. Үткән быуатта ул 5-се мәктәп булараҡ киң билдәле була, ә 2000-се йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты ҡарамағындағы лицей булып китә. Хәҙер тәбиғи фәндәргә өҫтөнлөк биргән үҙ аллы ҡала лицейында тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусылар эшләй, шул уҡ ваҡытта уҡытыуға йәш белгестәр йәлеп ителә.
Бер йыл төрлө уҡыу йорттары учреждениеларында “өйҙәш” булып йөрөгәндән һуң, ниһәйәт, капиталь ремонт эшләнгән лицей үҙ ишеген асты. Белем биреү учреждениеһының заманса йыһазландырылған 14 класында бөгөн бер сменала 370 уҡыусы уҡый. 10-11-се класс уҡыусылары физика, математика кеүек тәбиғи фәндәрҙе тәрәндән өйрәнә. Лицейҙа патриотик һәм физик тәрбиәгә айырым иғтибар бүленә. «Йәш армиясылар» хәрәкәте, «Патриот» хәрби-патриотик клубы эшләй. «Феникс» мәктәп спорт клубында уҡыусылар валейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнә. Бында шулай уҡ «Мәктәптә футбол» Рәсәй футбол союзы проекты тормошҡа ашырыла.
Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙған уҡыусылар – мәктәптең ғорурлығы. Быйыл Чуклина Наташа физиканан иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшһә (уҡытыусыһы – А.В. Никитин), былтырғы уҡыу йылында Әхмәҙиева Анна ике фәндән: химиянан (Т.Л. Микова) һәм математиканан (Н.В. Колоколова) 100 балл йыйҙы.
Лицей директоры Марина Васенкова әйтеүенсә, «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы сиктәрендә мәктәпкә 58 миллион субсидия бүленгән. Ул аҡсаға бинаның фасады, ҡыйығы, инеү урыны ремонтланған, эске һәм тышҡы биҙәү эштәре башҡарылған, йылытыу һәм канализация системаһы алмаштырылған, мәктәп йыһаздары һәм спорт кәрәк-яраҡтары яңыртылған. Шулай уҡ мәктәптең тирә-яғы төҙөкләндерелгән, балаларға ял итеү урыны һәм уйын майҙансыҡтары булдырылған. Һәр кабинет уҡыу кәрәк-яраҡтары, ноутбуктар һәм интерактив ҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Ниһайәт, балаларға кластан тыш саралар үткәреү өсөн тамашасылар залы бар. Заманса йыһазландырылған медиаүҙәк асылған. Педагогтарҙың һәм, әлбиттә, беренсе сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында эргә-тирәне күҙәтеү өсөн 11 камера ҡуйылған. Мәктәпкә мотлаҡ пластик карточкалар ярҙамында инеү ойошторолған.
– Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы – беҙҙең өсөн реаль ҡотолоу юлы. Президентыбыҙ Владимир Путинға ошо мөһим инициативаһы өсөн рәхмәт. Республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп. Уларҙа тәртип урынлаштырырға мөмкинлегебеҙ бар, – тип билдәләне Радий Хабиров. – Беҙ үҙебеҙ ҙә яңы уҡыу йорттары төҙөйбөҙ һәм ремонтлайбыҙ. Был эшкә комплекслы килеүебеҙ әһәмиәтле. Кабинеттарҙы, коридорҙарҙы, ашханаларҙы, спорт һәм акттар залын тәртипкә килтерәбеҙ, яңы ҡоролмалар алабыҙ.
Республика башлығы Радий Фәрит улының мәктәп музейындағы хөрмәтле ҡунаҡтар китабына яҙған һүҙҙәре йылдың матур иҫтәлеге булып оҙаҡ һаҡланыр. Ә танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән бинала белем алыу уҡыусыларға яңы дәрт өҫтәр, яңы уңыштар һәм асыштар алып килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ғәлиә Ғәниева.