Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь , 15:34

Балалар мәктәптә тәмле ризыҡтар менән туҡлана

Балтас районы мәғариф бүлеге технологы Гөлсәсәк Дәүләтбаева еткергән мәғлүмәттәр буйынса, яңы уҡыу йылында район мәктәптәрендә 1889 уҡыусы (1-се-11-се кластар) ҡайнар аш менән туҡлана. Белем усаҡтарында балаларға төрләндереп әҙерләнгән тәмле, сифатлы ризыҡтар ашатыла.

Балалар мәктәптә тәмле ризыҡтар менән туҡлана
Балалар мәктәптә тәмле ризыҡтар менән туҡлана

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты үҙгәрҙе. Башҡортостан етәкселеге инициативаһы менән социаль туҡланыу өлкәһендә яңы сәйәсәт йүнәлешендә ыңғай үҙгәрештәр бара, тип билдәләй мәғариф бүлеге белгестәре.


Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге рәсми битендә лә Башҡортостанда мәктәп туҡланыуын үҙгәртеү тураһында һөйләне. “Беҙҙең мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу тәжрибәһен күп тапҡырҙар илдә иң яҡшы практика тип танынылар. Беҙ, ысынлап та, был эште яңынан формалаштыра алдыҡ. Ләкин йомшарырға ярамай — был бик мөһим мәсьәлә”, — тип яҙҙы Радий Фәрит улы.


Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 743 уҡыусы уҡый, шул иҫәптән 11 бала өй шарттарында белем үҙләштерә.
Өлкән ашнаҡсы Рита Шәйхаттарованан менюҙың нисек төҙөлөүе тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
— Менюҙы район мәғариф бүлеге технологы Гөлсәсәк Дәүләтбаева төҙөп ебәрә. 10 көнлөк меню буйынса эшләйбеҙ. Ул төрләндерелә: биш төргә бүленә. Беренсеһе ата-әсәләр взносы иҫәбенә туҡланыусыларға ҡағыла. 1-се-4-се класс уҡыусылары, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар бушлай туҡлана. Көн һайын итле ризыҡтар әҙерләнә. Балыҡ, тауыҡ, һыйыр итенән котлеттар сиратлаштырып бешерелә. Һөт ризыҡтары ҡулланыла. Эшләүе, эште ойоштороу, башҡарыу ҡыйын түгел. Яңы талаптарға күптән өйрәндек инде. Ярҙамсыларым менән татыу, берҙәм эшләйбеҙ, — тип һөйләй ул.
Мәктәптә туҡланыу өсөн яуаплы хеҙмәткәр Лариса Шафиҡова һәм ата-әсәләр комитеты ағзалары билдәләүенсә, уҡыу йылы дауамында һәр айҙың һуңғы йомаһында мәктәп ашханаһында “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы” тип аталған акция үтә. Был көндө ата-әсәләр килеп, туҡланыуҙы ойоштороу тураһында һөйләшә, фекер алыша, меню менән таныша, әҙер ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай һәм ҡәнәғәт ҡала.


Фекер...
Альбина Мәхмүтова, мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе:
— Балаларҙы туҡландырыу сифаты менән ҡәнәғәтмен. Ул тиклем ҡиммәт булмаған түләүгә (айына 840 һум ата-әсәләр взносы иҫәбенән) балалар туйып ҡайта. Дөрөҫ туҡланыу, әлбиттә, ғаиләнән килә. Сабыйҙы кесе йәштән төрлө бутҡалар ашатып өйрәтергә кәрәк. Хәҙер мәктәптә көн һайын ҡайнар аш, тәмле бутҡалар менән һыйлайҙар. Был углевод, тигән һүҙ. Бала тиҙ генә асыҡмай.
Дүрт баламдың дүртенсеһе 8-се класҡа уҡырға барҙы. Ваҡһыу балалар өйҙәрендә ябай аштарҙы бик ашап бармай. Беҙҙекеләр мин әҙерләгән бар ризыҡты ла ярата. Шуға ла мәктәптән ас ҡайтҡандары, ас йөрөгәндәре юҡ.


Аида Хәйртдинова.
Автор фотолары.

Сығанаҡ:  "Балтач таңнары" гәзите.

Автор:
Читайте нас