6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында IV «Башҡорт аты» фестивале ойошторола. Был юлы унда 17 дәүләт: Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнаша (уҙған йылда 11 ил ине).
Шулай уҡ фестивалгә Рәсәйҙең 12 төбәге, шул иҫәптән Мәскәү, Волгоград, Ырымбур, Рязань һәм Силәбе өлкәләре, Пермь һәм Ставрополь крайҙары, Татарстан Республикаһы, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Яҡутстан һәм Тыва делегациялары ярҙам күрһәтә.
Тәүге тапҡыр «Башҡорт аты» фестивале «Урал аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының һәм Баймаҡ районының 95 йыллыҡ юбилейының логик дауамы булып тора. Ат индустрияһын үҫтереүгә, милли ат спорты төрҙәренә, продукция йылҡысылығын үҫтереүҙең заманса тенденцияларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырыла. Шулай уҡ башҡорт атын тарихи мираҫ объекты итеп һаҡлауға һәм заманса технологиялар ярҙамында селекция эшен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Башҡорт атының геномы» проектына рәсми старт биреү тантанаһы була.
Фестивалдә спорт һәм ат спорты программаһында башҡорт халыҡ ярыштарының биш төрө тәҡдим ителә. Шулай уҡ тамашасыларҙы ат сабыштары көтә. Аттар парады фестивалдеңиң сағыу ваҡиғаларының береһе булмаҡсы, унда республиканың 25 районынан 430 һыбайлы ҡатнаша.