

Ошо уңайҙан Мишкә район хакимиәте башлығы Лариса Геннадиевна Александрова Кесе Шаҙы ауылында йәшәүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделислам Ғимадрислам улы Нурисламовтың барып хәлен белде.
Ғәбделислам Ғимадрислам улы һәр ваҡыттағыса көр күңелле, алсаҡ, донъя хәлдәре менән хәбәрҙар. Район етәкселеге хөрмәтле ветерандың хәл-әхүәлен һорашты, изге теләктәрен еткерҙе, илебеҙ тыныслығы, именлеге өсөн көрәшкән яугирға оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.