

Сентябрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Әбейҙәр сыуағы булырмы?
“Башгидрометеүҙәк” фаразы буйынса, киләһе көндәрҙә яуым-төшөм, йәшенле ямғырҙар көтөлә.
Августың һуңғы көндәрендә +16...+22 градус йылы була.
Ә сентябрҙең башы йылы тора, тип вәғәҙәләй Рәсәй “Гидрометеорология” үҙәге. Тәүге көндәрҙә һауа температураһы +22....+25 градус йылы булыр тип фаразлана. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Сентябрҙең икенсе ун көнлөгөндә лә йылы һауа торошо торасаҡ. Тәүлек әйләнәһенә +15...+23 градус торасаҡ.
Айҙың өсөнсө ун көнлөгөндә һауа температураһы яйлап төшә башлай: +8...+12 градус йылы күрһәтә, ямғырҙар ҙа күҙаллана.
Ләйсән Үтәғолова фотоһы.