Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Августа 2025, 06:16

Мишкә оҫталары — «Кәсептәр йәйғоро»нда

Көйөргәҙе районында «Кәсептәр йәйғоро» асыҡ республика фестивале үтте. Мәртәбәле сара Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан илленән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Мишкә районы данын был мәртәбәле сарала танылған оҫталар Рим һәм Дим Ғәлимовтар яҡланы.

Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, милли биҙәүестәр яһау, милли музыка ҡоралдары етештереү булһынмы, ағасты семәрләп эшләүме — һәр кем күргәҙмәлә ҡатнашып, кәсеп өлгөләре һәм шөғөлө менән таныштыра алды. Майҙанда теләүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды.
Халыҡ ижады фестиваленең маҡсаты — традицион халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм тергеҙеү, улар менән йәш быуынды таныштырыу.
Фестивалдә милли аш-һыу ҙа, ағастан һырлап эшләнгән әйберҙәр ҙә урын алды. Уларҙың барыһы ла ҡулдан эшләнгән.
Мишкә районы исеменән күргәҙмәлә ҡатнашыусы был иҫ киткес талантлы игеҙәк туғандар районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла танылыу яуланы. Ҡарасим ауылында тыуып үҫкән егеттәр Оло Шаҙы урта мәктәбен тамамлағас, Ағиҙел ҡалаһында һөрәри-техник училищены тамамлап, тыуған райондарына эшкә ҡайта.
Рим Финат улы оҙаҡ йылдар Мишкә район Мәҙәниәт һарайында рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Буш ваҡыттарында ағасты һырлау менән мауыға. Уның һәр эше сәнғәт әҫәре булып тора. Дим Финат улы иһә оҫтаханала яратҡан шөғөлө — ағас һырлау менән шөғөлләнә, уның төп эше евроремонт менән бәйле.
Дим һәм Рим Ғәлимовтар, ағас һырлауҙы үҙләштереп, был еңел булмаған эштә ҙур уңыштарға өлгәшә. Рим Ғәлимов — халыҡ оҫтаһы, Ә Дим биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы исемен алды.
Әленән-әле төрлө республика сараларында ҡатнашып, Мишкә районын данлаусы Рим һәм Дим Ғәлимовтарға алдағы көндәрҙә лә тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева әҙерләне.

Автор:
Читайте нас