Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август , 10:18

Бар эшкә лә өлгөрә

Почта хеҙмәткәрҙәрен бөгөн универсаль эшсе тиергә була. Улар ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыра, уны тарата, коммуналь хеҙмәттәргә квитанцияларҙы адресатына тапшыра, тауар һата, пенсия тарата һәм башҡа беҙ белмәгән эштәр башҡара.

Бар эшкә лә өлгөрә
Бар эшкә лә өлгөрә

Борай ауылы хат ташыусыһы Розалия Искакова ла ана шундай универсаль хеҙмәткәр. Был вазифала ул ике йыл эшләй. Борайҙың халыҡ телендә “тау башы” тип аталған микрорайонының Болон урамынан алып, Жуков урамына ҡәҙәр булған өлөшөндә йәшәүселәр барыһы ла тиерлек Розалия Рәшит ҡыҙын танып белә.
– Эшемде яратып башҡарам. Кемдәрҙер хат ташыусы хеҙмәтен ауыр һәм аҙ түләнә торған ти. Һүҙ ҙә юҡ, ауыр. Тәбиғәттең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яңғырмы ул, буранмы, эҫе ҡояшмы, һин урамда, эшеңде башҡарырға тейешһең. Хеҙмәт хаҡы ла әллә ни түгел, әммә бер ҡайҙа ла эш еңелдер, тип уйламайым, ҡайҙа ла үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Уның ҡарауы, мин көн һайын тиерлек саф һауала йөрөп ҡайтам. Сәләмәтлек өсөн был бик файҙалы, – тип йылмайып һөйләне Розалия.
Уның участкаһында 3-сө урта мәктәп, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы, бассейн кеүек учреждениелар ҙа урынлашҡан. Хат ташыусы уларға ла ваҡытлы матбуғат һәм рәсми хаттар килтерә.
– Минең участкала айырыуса “Алга” район һәм “Республика Башкортостан” республика басмаларына күпләп яҙылалар. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр район-ара “Йәнтөйәк” гәзитен яратып алдыра. Шөкөр, гәзит-журналдарҙы ҡуйғанымды көтөп торалар. Ул урамдарҙа башлыса йәштәр йәшәй, уларҙың матбуғатҡа яҙылыуы ҡыуандыра, – ти Розалия.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Автор:
Читайте нас