

Уның маҡсаты – Башҡортостанда инвестиция проекттарын һәм тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыу системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, үҙебеҙҙе донъя баҙарында танытыу, төбәктәге инвестиция шарттарын яҡшыртыу. Шулай уҡ ул республикаға сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙыра. Проекттар менән мөрәжәғәт иткән эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына дәғүә итә.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова менән берлектә хакимиәттә ошондай форматта уҙған кәңәшмәлә Кира һәм Валера Шамидановтар районда юл буйы сервисын төҙөү проекты менән мөрәжәғәт итә. Валерий Шамиданов ентекле бизнес-план тәҡдим итә һәм транспорт менән ҡулланыу, инфраструктураны һәм клиенттарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, төҙөлөш өсөн локация тәҡдим итә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проекттың финанс аспекттарын һәм дәүләт ярҙамы сараларын тикшерә. Осрашыу йомғаҡтары буйынса тәҡдим ителгән ярҙам сараларын ентекле анализлау һәм проекттың перспективаларын баһалау өсөн эксперттар менән өҫтәмә консультация үткәрергә ҡарар ителә.
Лариса Александрова Шамидановтар ғаиләһе менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүенә ышанысын белдерә һәм урындағы халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм туристарҙы йәлеп итеү өсөн инфраструктураны үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
“Республикала бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу системаһының файҙалы булыуы ҡыуаныслы. Ауыл хужалығы тармағын продукция етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтәбеҙ. Был — үҫешкә стимул”. (БР Башлығы Радий Хәбиров сығышынан).
2024 йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 273 миллиард һумға етә. 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда төп капиталға һалыуҙар үҫеше 26,6 процент тәшкил итә. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 15-се урынды биләй. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге шарттарҙа инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһын һаҡлау мөһим.
Фото Мишкә районы хакимиәте сайтынан алынды.
Наилә ИМАЕВА әҙерләне.