Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Август 2025, 16:45

Республика халҡы үҙ ауылында интернет өсөн тауыш бирә ала

Быйыл проектта 100-ҙән 1000 кешегә тиклем йәшәгән тораҡ пункттар ҡатнаша ала.

Республика халҡы үҙ ауылында интернет өсөн тауыш бирә ала
Республика халҡы үҙ ауылында интернет өсөн тауыш бирә ала

«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» проекты буйынса тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләй башланы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Халыҡ 2026 йылда интернет һәм элемтә үткәреләсәк тораҡ пункт өсөн тауыш бирә ала. Интернет һәм элемтә үҫеше «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау» милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тап килә.

– Был проект буйынса йыл һайын тауыш биреү – төбәкте һанлатырыу өлкәһендәге мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Былтыр тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 2025 йыл аҙағына тиклем 61 тораҡ пунктта база станциялары ҡуйыласаҡ, – тип билдәләне дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Быйыл проектта 100-ҙән 1000 кешегә тиклем йәшәгән тораҡ пункттар ҡатнаша ала. Теге йәки был ауыл өсөн тауышын Башҡортостанда йәшәүселәр генә түгел, туғандары, дуҫтары йәки таныштары ла бирә ала.

Тауыш биреү 9 ноябргә тиклем бара. Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Рәсәй Федерацияһының Һанлы министрлығына хат ебәреп тауыш бирергә мөмкин.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас