

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы пландары тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙгө акция 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үтәсәк, сараны уҙғарыуҙың берҙәм көнө итеп 27 сентябрь билдәләнгән. Акция сиктәрендә төбәк буйынса дүрт меңдән ашыу эре ағас һәм 40 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. Шулай уҡ алдағы акциялар сиктәрендә ултыртылған туғыҙ мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ компенсацион йәшелләндереләсәк. Республикала өс яңы аллея барлыҡҡа киләсәк.
– Туймазы районында 120 миләш һәм балан үҫентеһе менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Ә Ҡариҙел районында алма, сирень һәм миләш ағастарынан “Геройҙар аллеяһы” ойоштороласаҡ. Баҡалы районында 30 алма ағасынан торған “Алма баҡсаһы” аллеяһы ултыртыласаҡ. Шулай уҡ Салауатта, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта тематик аллеяларҙа ҙур ағастар ултыртыласаҡ. Өфөлә генә көҙгө осорҙа 1600-ҙән ашыу ҙур һәм 4000 ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана, – тине Ирина Голованова.
Әйткәндәй, бынан алдағы“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә республикала 5,5 меңдән ашыу ағас ултыртылды.