Был дата — райондың үткәне, бөгөнгө һәм киләсәге тураһында уйланырға, яңы ҡаҙаныштар менән ғорурланырға һәм алға үҫеш юлдарын билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Байрам уңайынан тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Тантаналы йыйылышта райондың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына дәүләт наградалары тапшырылды, бүләкләүҙәр сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Тантаналар Иҫке Балтас ауылында «Ҡайғылы әсә» мемориалына, «Хеҙмәт һәм дан» аллеяһына сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар районыбыҙ умартасылары етештергән продукция менән танышты, район Мәҙәниәт һарайы фойеһындағы күргәҙмәне ҡараны.
Бал йәрминкәһе
«Балтас балы» йәрминкәһендә төрлө ауылдарҙан, хатта Бөрө районынан да килгән умартасылар үҙҙәренең бал продукцияларын тәҡдим итте. Һәр кем үҙ балы, уның сифаты хаҡында һөйләне. Күргәҙмәлә тәбиғи балдың төрлө сорттары тәҡдим ителде: сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балы – һәр береһе үҙенсәлекле тәмгә эйә. Балдан тыш, бал ҡорттарының башҡа файҙалы продукттары ла һатыуға ҡуйылды.
“Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды
Район Мәҙәниәт һарайы һәм һәүәҫкәр артистарҙың «Алға, Балтас!» тип аталған байрам концерты барыһының да күңеленә хуш килде. Дәүләт наградалары тапшырыу тантаналы сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Иҫке Балтас ауылынан Рәмилә Хәйҙәрова «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Бүләкте «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе Марат Вәсимов тапшырҙы.
Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Рәмилә һәм Эльмар Хәйҙәровтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Рәмилә Риф ҡыҙының яҙмышы үтә лә аяныслы. Үҙенә бары йәш ярым ваҡытта уның әсәһе вафат була. Атаһы яғынан өләсәһе ҡарап үҫтерә уны. Бала сағы Маты ауылында уҙа.
Туғыҙынсы класты тамамлау менән Рәмилә Благовещен ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. 16 йәшенән хеҙмәт юлын башлай, оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә көс һала. Бөгөн ул район үҙәгендә урынлашҡан «Пятерочка» магазинында администратор булып эшләй.
2000 йылда Иҫке Балтас ауылы егете Эльмар Ҡәҙим улы менән ғаилә ҡоралар. Ул йылдарҙа Эльмар Хәйҙәров район эске эштәр бүлегендә эшләй. Биш тапҡыр Чечняла командировкала була. Хаҡлы ялға туҡтағас, «Башнефтегеофизика» компанияһында хеҙмәт һала. Махсус хәрби операция башланыу менән, Тыуған илде һаҡларға юллана. Бөгөн райондашыбыҙ алғы һыҙыҡта.
Йәштәр үҙ көстәренә ышаныс менән тормош көтә башлай. Һәр әйберҙе үҙҙәре таба, булдыра. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы балалары донъяға килә. 2001 йылда тәүге сабыйҙары — Эльмира тыуа. Ул хәҙер инде үҙе ғаиләле. Тормош иптәше менән улдары Раян һәм ҡыҙҙары Риянаны үҫтерәләр. Иҫке Яҡшый ауылында йәшәйҙәр. Чайковский ҡалаһында медицина колледжын тамамлаған.
Икенсе ҡыҙҙары — Эльвина. Ул Ҡазан ҡалаһында юридик колледж тамамлап, шунда ғаилә ҡороп, төпләнеп ҡалған.
Өсөнсө булып донъяға килгән Эрнест 13 йәшенән кадет тормошо менән йәшәгән. Өфө юридик институтының беренсе курсын тамамлаған.
Улдары Эдуард һәм Эмиль — Иҫке Балтас 2- се урта мәктәбе уҡыусылары.
Хәйҙәровтар ғаиләһендә район көнө икеләтә шатлыҡлы байрам. Ғаилә башлығына, әлеге көндә махсус хәрби операцияла булған Эльмар Ҡәҙим улына, был көндө 50 йәш тулған. Батыр яугирҙың иҫән-һау ғаиләһенә ҡайтып, балалар шатлығына төрөнөп, бәхетле парлы тормошта йәшәүен теләйбеҙ.
Иң матур йорт хужалары
Райондың 95 йыллығына әҙерлек сиктәрендә «Иң матур йорт» конкурсы иғлан ителгәйне. Унда 23 йорт хужаһы ҡатнашты. Юбилей тантанаһында әлеге бәйгенең еңеүселәрен — Үрге Ҡарыштан Әлфирә Сафина менән Иҫке Балтастан Фәғилә Нәбиеваны ҡотлап, уларға аҡсалата сертификаттар тапшырҙылар.
Балтас районының почетлы гражданины
2003 йылдан башлап тыуған еребеҙҙең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙарына, район, республика тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, иҡтисади, фәнни, мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарға «Балтас районының почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исемдәр бирелеп килә. Быйыл был исемгә Ләбип Ғәләүетдинов лайыҡ булды. Уның тормош юлы – тыуған ергә, халыҡҡа сикһеҙ мөхәббәт, тоғролоҡ үрнәге.
Ләбип Ғәләүетдинов ҡайҙа ғына эшләһә лә, халыҡ менән берҙәм булып, уларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй.
Ләбип Шәмсетдин улы Яңы Уразай ауылында донъяға килә.
Тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, Көнтүгештә — һигеҙ йыллыҡ, ә Иҫке Уразайҙа урта мәктәпте тамамлағас, Ләбип ағай бер йыл биология уҡытыусыһы булып эшләй. Ә инде 1970 йылдың 8 майында Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә юллана. Төньяҡ диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт итеп, старшина дәрәжәһенә етә. Армияла алған тәжрибәһе уға киләсәктә етәксе вазифаларҙы башҡарырға ярҙам итә.
1973 йылда, армия сафтарынан ҡайтҡас, Ләбип Шәмсетдин улы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә һәм үҙенең хеҙмәт юлын мәғариф өлкәһендә башлап ебәрә. Тәүҙә Көндәшле урта мәктәбендә башланғыс синыфтарҙы уҡыта, һуңынан Иҫке Янбай мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләй. 1986 йылда иһә уға Көнтүгеш мәктәбен етәкләүҙе ышанып тапшыралар.
Тап бына Иҫке Янбай мәктәбендә эшләгәндә Ләбип Шәмсетдин улы үҙенең буласаҡ тормош иптәше Рәзидә Гакрам ҡыҙы менән таныша. Йәш белгес Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Күп тә үтмәй, йәш пар гөрләтеп туй үткәрә. Ошо көндән башлап Ғәләүетдиновтар ғәиләһенең матур тарихы башлана.
Ләбип Шәмсетдин улы менән Рәзинә Гакрам ҡыҙы 49 иңде-иңгә ҡуйып, бер-береһенә терәк булып, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ғәләүетдиновтар бөгөн ете ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булған.
Ләбип Ғәләүетдиновтың хеҙмәт юлы артабан «Большевик» колхозы менән үрелә. Алты йыл буйына партия ойошмаһы секретары булып эшләгәндән һуң, уны колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Еңел булмаған был осорҙо Ләбип Шәмсетдин улы йылы һәм яҡты хистәр менән иҫкә ала.
1996 йылда Ләбип ағай яңынан Көнтүгеш урта мәктәбенә директор булып ҡайта. Әммә уның етәкселек һәләте бының менән генә сикләнмәй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлайҙар. Халыҡ уға оло ышаныс күрһәтә.
Бөгөн Ләбип Шәмсетдин улы хаҡлы ялда булһа ла, һаман да йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл тормошонда ҡайнай.
Юбилей тантанаһында тырыш хеҙмәте менән районыбыҙ үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән бихисап уңғандар хөрмәтләнде. Маҡтаулы исемдәр бирелде. Мәғариф, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһендә уңыштарға ирешкән бер төркөм райондаштарыбыҙға Батырша исемендәге премиялар тапшырылды. Шәхси эшҡыуар Әлтәф Мулләхмәтовҡа «БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Бер төркөм балтастар Башҡортостан Республикаһы Башлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Автойөрөш
Районыбыҙға 95 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар автойөрөш менән тамамланды. Төрлө маркалы автомобилдәрҙән торған колонна, байрамса биҙәлеп, Балтас урамдарын яңғыратты. Автойөрөштә ҡатнашыусылар район халҡына байрам рухы бүләк итте. Был сара тағы бер ҡат Балтастың көслө рухлы, берҙәм халыҡ йәшәгән район үҙәге булыуын күрһәтте.
Балтас районы — бай тарихлы, матур киләсәкле төбәк. 95 йыл — ул бары тик матур башланғыс, алда яңы үҫеш юлдары, ҙур ҡаҙаныштар көтә. Иң мөһиме — берҙәмлекте һаҡлап, тырышып эшләргә һәм тыуған ергә тоғро булырға.
Юбилейың ҡотло булһын, Балтас!
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.