Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Август 2025, 11:20

Асҡын районында “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте

Белгестәр беҙҙең районда Упҡанкүл һәм Ҡарткиҫәк ауылдары  халҡын ҡабул итте.

Асҡын районында   “Хәстәрлек поезы” акцияһы үттеАсҡын районында   “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
Асҡын районында “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте

“Хәстәрлек поезы” — ул республикабыҙҙың йыраҡ  райондарына барған күсмә мобиль хеҙмәт рәүешендәге  Башҡортостанда тормошҡа ашырылған мөһим социаль проект.

 Уның маҡсаты — социаль ярҙамға  мохтаж кешеләрҙе асыҡлау,  пенсия, инвалидлыҡ, ташламалар,  дарыу  менән тәьмин итеү  һорауҙары буйынса һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам  күрһәтеү.  2024 йылда ғына эшләй  башлаһа ла, халыҡтың тормош сифатын күтәрергә булышлыҡ итеп,  төбәгебеҙҙең күп райондарында булырға өлгөргән.

Белгестәр беҙҙең районда Упҡанкүл һәм Ҡарткиҫәк ауылдары  халҡын ҡабул итте. Упҡанкүлдә  социаль ярҙам, мәшғүллек, медик-социаль экспертиза, пенсия түләүҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү һорауҙары буйынса 12 кешегә консультация бирҙе. Ә төштән һуң  Ҡарткиҫәк ауылына юлланды.

Был көндө белгестәр 35 кешене ҡабул итте. Ярҙам һорап  мөрәжәғәт  иткән халыҡ консультацияларҙан ҡәнәғәт ҡалды, ҡайһы бер  һорауҙар артабан хәл итеү өсөн контролгә алынды.

“Хәстәрлек поезы ауылдар халҡына кәрәкле белгестәрҙе алып килде. Улар  социаль түләүҙәрҙе  рәсмиләштерергә, пенсия тәғәйенләү, һөнәри ауырыуҙар булғанда пенсияға алдан сығыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм инвалидлыҡ билдәләү  һорауҙары буйынса консультациялар үткәрҙе”, — тип һөйләне Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Әминева.

 “Ведомство-ара акцияның төп бурысы — тулы социаль инфраструктура һәм хеҙмәттәр булмаған йыраҡ урынлашҡан тораҡ пункттар халҡына ашығыс ярҙам күрһәтеү һәм консультация биреү. Был бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡ булған ауылдарҙа йәшәүсе өлкән быуын кешеләре өсөн мөһим”, — тип билдәләне Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡны социаль яҡлау министрлығының мөрәжәғәттәр һәм  граждандарҙы ҡабул итеү эше буйынса бүлек советнигы Руслан Дашкин.

“Экспресс-ярҙам  шуныһы меннә отошло, кәрәкле барлыҡ ғаризаларҙы урында бирергә була: мәҫәлән, социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү йәиһә район дауаханаһына тар белгестәргә ҡабул итеүгә яҙылыу. Йыш ҡына иҫәпләүҙәр хоҡуғы күптән бирелгән, ә кешеләр быға тиклем мөрәжәғәт  итмәгән. Ярҙамдың күп төрҙәре ғариза менән мөрәжәғәт итеүҙе һорай”, — тип билдәләй Руслан Равил улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йыл Башҡортостанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. Уның сиктәрендә яңы социаль проект — “Хәстәрлек поезы” старт алды. Ул икенсе йыл эшләй һәм Башҡортостандың йыраҡ тораҡ пункттарында йәшәүсе халҡына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

“Хәстәрлек поезы”ның  күсмә составында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яклау, Сәләмәтлек һаҡлау министрлыҡтары, Социаль фонд, медик-социаль экспертиза бюроһы, РФ-ның Юристар ассоциацияһы, “Ватан һаҡсылары” фонды һәм район хакимиәте вәкилдәре эшләй.

 

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт  бирергә мөһимлеген билдәләне: “Һәр ваҡыт брифингтар үткәрегеҙ һәм күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштороғоҙ. Халыҡҡа барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте еткереү мөһим”.

 

Фәйрүзә Юнысова.

Автор фотолары.

 

Асҡын районында   “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
Асҡын районында   “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
Асҡын районында   “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
Асҡын районында “Хәстәрлек поезы” акцияһы үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас