Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Август 2025, 12:55

"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды

"Беҙ үҫеп килгән быуында ошо данлы йырҙарға, шанлы тарихыбыҙға, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейеш. Ошондай әһәмиәтле сара үткәреүгә булышлыҡ итеүҙәре өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтемде еткерәм", - тине Асҡар Әмир улы.

"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды
"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале асылды. Ул өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.

2025 йылда иһә Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтә. Беренсе көндөң программаһында – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Оксана Волкова (Беларусь) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры оҙатыуында һәм Дмитрий Крюков дирижерлығында билдәле һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы.

Концертта шулай уҡ Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры ҡатнашты.
— Быйыл беҙҙең репертуар бер аҙ башҡасараҡ. Бөгөн фестивалде һәммәбеҙгә лә яҡшы таныш йырҙар менән асабыҙ. Улар беҙгә бала саҡтан таныш, һәм тамашасылар менән уларҙы бергә йырларбыҙ тип уйлайым, сөнки ул әҫәрҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай, — тине Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестрының генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин.

Василий Ладюк бындай ҙур фестивалдә үҙенсәлекле репертуар менән сығыш яһауы уға оҡшауын билдәләне:
— Ойоштороусылар беҙҙең иң яратҡан һуғыш йылдары йырҙарын һайлаған. Мин Александра Пахмутованың Владимир Костров шиғырҙарына яҙылған «Беҙ — быуаттың һуңғылары» йырын башҡарам. Уны кеше бик белеп тә бөтмәй, әммә мин үҙем уны бик яратам һәм тиҙҙән бөтәһе лә был йырҙы минең менән бергә йырлар тип өмөтләнәм, - тине.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов та, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Оксана Волкова ла журналистар менән осрашҡанда һуғыш йылдары йырҙарын айырыуса яратып башҡарыуҙарын, бындай әҫәрҙәрҙең, бөгөнгө ише сараларҙың йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиләүгә булышлыҡ итеүен билдәләне. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале асылды. Ул өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.

"Беҙ үҫеп килгән быуында ошо данлы йырҙарға, шанлы тарихыбыҙға, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейеш. Ошондай әһәмиәтле сара үткәреүгә булышлыҡ итеүҙәре өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтемде еткерәм", - тине Асҡар Әмир улы.

23 августа программала Дмитрий Шостаковичтың «Ленинград» симфонияһы һәм Петр Чайковскийҙың оркестр менән фортепиано өсөн концерты яңғырай. Солист – халыҡ-ара конкурстар лауреаты Фредерик Кемпф (Бөйөк Британия).

24 августа Заһир Исмәғилевтең «Салауат» симфоник поэмаһы, Александр Бородиндың «Князь Игорь» операһынан «Половецкие пляски» һәм Сергей Рахманиновтың 2-се симфонияһының II өлөшө башҡарыла.

2025 йылда фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған.

 

"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды
"Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале асылды
Автор:
Читайте нас