Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Август 2025, 12:55

Армия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелде

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарын, һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләрен һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкилдәрен берләштергән "СВОя семейная гостиная" тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Армия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелдеАрмия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелде
Армия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелде

 
Үҙ сығышында Руслан Хәбибов республиканың МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙы ғаиләләренә ярҙам итеүгә системалы ҡарашын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
 
Башҡортостанда ветерандар өсөн 54 төбәк социаль ярҙам сараһы эшләй. Был йүнәлештең үҫеше, спикер әйтеүенсә, муниципалитеттар һәм "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды бүлексәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, әүҙем патриотик эш алып барыу һәм яҡташтарҙың батырлығын бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтеү аша дауам итәсәк. Төп бурыс, Руслан Хәбибов әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткәрҙәргә яҡындарының ышаныслы яҡлауҙа һәм ҡарауҙа булыуын аңлатыу.
 
– Яугирҙәр үҙҙәренең ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүен, үҙҙәре һәм балалары өсөн шарттар тыуҙырылыуын аңларға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Хәбибов.
 
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Армия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелде
Армия мәҙәниәте көндәрендә МХО ҡатнашыусылары өсөн социаль ярҙам күрһәтелде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас