Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Август 2025, 04:15

Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған

Светлана Попованың ҡарт олатаһы Бөрө сауҙагәре Кузьма Серпионовтың икмәкханаһы һәм ат ихатаһы була. Аш-һыуға һөйөү, ҡунаҡсыллыҡ, егәрлелек, башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү уға нәҫелдән күскән, тип иҫәпләй Бөрө эшҡыуары.    

Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алғанБөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған
Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын “Ғаилә” национальный проект “Семья”) милли проекты сиктәрендә үҙ эшен үҫтереүгә 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған, тип хәбәр итә төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Светлана Попова социаль контрактҡа ҡул ҡуйған, был уға өйҙә эшләнгән ярымфабрикаттар етештереү буйынса оҫтаханаһын киңәйтеү мөмкинлеген биргән. Дәүләттән килгән аҡса кәрәкле ҡорамалдарҙы: һыуытҡыс, туңдырғыс, ит турағыс, электр плитаһы, ҡамыр бутау ҡоролмаһы һатып алырға мөмкинлек биргән, шулай уҡ ассортиментты ла һиҙелерлек төрләндерелгән.

Светлана Попова үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнеүен, үҙен тамырҙарына бәйле итеп тойоуын таный. Уның ҡарт олатаһы Бөрө сауҙагәре Кузьма Серпионовтың икмәкханаһы һәм ат ихатаһы була. Аш-һыуға һөйөү, ҡунаҡсыллыҡ, егәрлелек, башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү уға нәҫелдән күскән, тип иҫәпләй Бөрө эшҡыуары.

Ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, социаль килешеү төҙөргә мөмкин. Контрактты дүрт йүнәлештең береһе буйынса төҙөргә мөмкин: эш эҙләү, үҙ эшеңде асыу, шәхси хужалыҡ алып барыу йәки ауыр тормош хәлендә ярҙам итеү.

Шәхси эшеңде асыу өсөн бер юлы 350 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Кәрәк икән, эшҡыуарлыҡ оҫталығына өйрәтеү өсөн дәүләт өҫтәмә түләйәсәк.

Әйтергә кәрәк,  милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова

Башҡортостан

Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған
Бөрө эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған
Автор:
Читайте нас