

Асҡын ауылында ойошторолған илһөйәрлек менән һуғарылған саралар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.
Бөгөн илебеҙҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан Асҡын ауылында Армия мәҙәниәте көндәрен билдәләү тантаналы митингтан башланды. Унда мәртәбәле ҡунатҡар — район хакимиәте башлығы Динис Йосопов,район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса бүлеге начальнигы Ирек Ғизатов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Сергей Ғәйнуллин, Рөстәм Әбдрәхмов етәкселегендәге «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте ҡатнашыусылары, мәктәп уҡыусылары һәм район халҡы ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагтарын алып инеү хоҡуғы Рөстәм Әбдрәхмов етәкселегендәге «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте ҡатнашыусыларына бирелде.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов тантаналы сараны асып, район халҡын мөһим дата менән ҡотланы.
“Һеҙҙе Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө менән ҡотлайым! Ул һеҙҙең йөрәгегеҙҙе Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ менән тултырһын, яңы еңеүҙәргә әйҙәһен, ата-бабаларҙың еңеүҙәрен хәтерләтеп торһон. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем, — тине Динис Рәдис улы һәм бөгөн беҙҙең дәүләт флагы - бөтә Рәсәй халҡы берҙәмлегенең, ныҡлығының, ғорурлығының ҡеүәтле символы булыуын билдәләне. — Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ ҙа ошо флаг менән Тыуған илде һаҡлай”.
Сара сиктәрендә 14 йәше тулған ҡыҙҙар һәм үҫмер егеттәргә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса бүлеге начальнигы Ирек Ғизатов Рәсәй гражданины паспорты тапшырҙы һәм балаларҙың рухлы, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне.
"Паспорт алыу – йәштәрҙең тормошонда ҙур һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр берегеҙгә тормошта Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, дәүләтебеҙ закондарын хөрмәт итергә, тыуған илебеҙ тарихын белергә, ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡларға һәм арттырырға теләйем", - тине Динис Рәдис улы йәштәрҙе ҡотлап.
Тулҡынланған ҡыҙҙар һәм егеттәр, тәүге документтарын ҡулдарына алғас, уға һаҡсыл ҡарашта булырбыҙ, яҡшы уҡырбыҙ һәм Рәсәй Федерацияһы гражданины исеменә тап төшөрмәбеҙ, тип ант бирҙе.
Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Айгинә Ғәләүетдинова, Асель Хәйруллина һәм Иллария Нурмөхәмәтова барыһын да байрам менән ҡотлап, йыр бүләк итте.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланып, Дәүләт флагтары сығарылғас, ҡатнашыусылар Еңеү паркына сәскәләр һалды.
Артабан асҡындар районыбыҙҙа үткән Армия мәҙәниәте көндәренә бағышланған “Алға, Асҡын!” тигән автоуҙышта ҡатнашты.
Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда “Яратҡан өс төҫөм” акцияһы йәнле үтте. Уны ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагының ҡулланылышы, Флаг төҫтәренең мәғәнәһе: аҡ — тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ билгеһе; күк — иман һәм ышаныс; ҡыҙыл — көс, ҡеүәт икәнлеге менән танышты. Артабан бергәләп ошо яратҡан өс төҫ менән аквагрим һалды.
Армия мәҙәниәте көндәренә бағышланған саралар ”Рәсәй флагы” флешмобы менән тамамланды.
Фекер...
Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы:
— 22-27 август республикабыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының Башҡортостандың мәҙәниәт Министрлығы менән берлектә «Армия мәҙәниәте көндәре» проекты тормошҡа ашырыла. Был сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды Һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда раҫланған Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Проекттың төп девизы: "Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек". Элек армия мәҙәниәте көндәре Тула, Санкт-Петербург, Тыва Республикаһында үткәрелде. Ағымдағы йылда Башҡортостан үҙ алдына сараны күләмле итеү өсөн амбициоз бурыстар ҡуя.
Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бөтә республика буйынса 300-ҙән ашыу сара планлаштырылған. Асҡын районында төп саралар бөгөн ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Рөстәм Әбдрәхимов, Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары, «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең район штабы начальнигы:
— Армия мәҙәниәте көндәре — Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә тормошҡа ашырылған уңышлы проект. Ул илдең бай мәҙәни-тарихи мираҫын популярлаштырыуға һәм патриотик традицияларҙы нығытыуға йүнәлтелгән. Маҡсаты – МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау, илһөйәрлек һәм Ватанды һаҡлаусыларға ихтирам тәрбиәләү. Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Асҡын районында патриотик һәм танып белеү саралары менән бай программа әҙерләнеүе ҡыуаныслы. Улар ҡораллы көстәр вәкилдәрен, йәштәрҙе, ветерандарҙы һәм район халҡын берләштерергә, йәш быуында илһөйәрлек, үҙ иленең тарихына хөрмәт һәм Рәсәй һалдаттарының батырлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ярҙам итә.
Наилә Имаева.